“Демография” милли проекттың “Спорт – тормош нормаһы” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 26-28 июндә Салауат ҡалаһында үткән был сарала республикабыҙҙан иң көслө тип табылған 19 команда ҡатнашты. Улар араһында Гусельников- Диченскийҙар командаһы ла булды.
Ғаилә башлығы Дмитрий “Газпром-газораспределение” Акционер ойошмаһында эшләй. Әлфиә һәм уның әсәһе Зилә Фәнир ҡыҙы - эшҡыуарҙар. Ғаиләлә Элина, Евгения һәм Савелий исемле өс бала үҫә.
Өс көн һуҙымында дауам иткән ярышта бәйгеселәр төрлө нормативтар тапшырҙы: һикерҙеләр, йүгерҙеләр, йөҙҙөләр, турникта күтәрелделәр, мәргәнлектә, таҫыллыҡта көс һынаштылар. Фестиваль шарттарында ҡаралған бөтә төр ярыштар һөҙөмтәһе буйынса районыбыҙҙың ғаилә командаһы лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы. Әлфиә Диченская тиҫтерҙәре араһында икенсе урын яулаһа, Зилә Фәнир ҡыҙы үҙенең йәш төркөмөндө абсолют еңеүсе тип табылды.
Районыбыҙ намыҫын лайыҡлы яҡлаған еңеүселәрҙе ихлас ҡотлап, артабан да еңеүҙәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
М.МЫРҘАЯНОВА.