+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июль , 09:20

Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркына экскурсияға барып ҡайтты

“Еҙем” тәбиғәт паркы биләмәһендә студенттарҙың ялан тикшеренеүҙәре тамамланды.

Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттары  "Еҙем" тәбиғәт паркына экскурсияға барып ҡайтты
Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркына экскурсияға барып ҡайтты

Методист И.И.Вафина тарафынан, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институтының өлкән уҡытыусылары: И.Р.Вилданова, Р.А.Хәмиҙуллин, доценттары: Э.В.Баҡыева, Л.А.Зарипова, А.Р.Усманова менән берлектә, Тәбиғәт паркы экосистемаһының биологик күп төрлөлөгөн практикала өйрәнеү ойошторолдо, күмәкләп Еҙем йылғаһының яр буйҙарын таҙарттылар, ҡыҙыҡлы экскурсияларға барҙылар. Практика башында уҡ Тәбиғәт паркы директоры Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин студенттарға техника хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрҙе, “Еҙем” паркы, уның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Студенттар һәм вуз уҡытыусылары менән берлектә эшләү барышында беҙҙең Тәбиғәт паркы ирекмәндәре – мәктәп уҡыусылары ла яңы белем-күнекмәләр алды.
* * *
Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институтынан “Еҙем” тәбиғәт паркында практика үтеүсе студенттары өсөн урындағы музейға экскурсия ойошторолдо.
Имәндәш ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары Ришат Жәлил улы Мәһәҙиев һәм Сәлих Ишмырҙа улы Муллашев ошо тирәләргә ҡағылышлы бик күп ҡыҙыҡлы тарих һөйләнеләр. Университет студенттары һәм уҡытыусылары “Еҙем” тәбиғәт паркы янында 22 июндә үткән “Ер ҡото – Сила Земли” төбәк-ара этнофестивале күргәҙмәләрен дә ҡараны, ойоштороусылар менән яҡындан танышты. Буласаҡ экологтар, туризм тармағы белгестәре өсөн бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ирина ВАФИНА,
“Еҙем” тәбиғәт паркы методисы.

Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттары  "Еҙем" тәбиғәт паркына экскурсияға барып ҡайтты
Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла сәйәхәт Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттары "Еҙем" тәбиғәт паркына экскурсияға барып ҡайтты
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: