-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август , 11:00

Көрәш спорты үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес

Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажёр залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был төбәктең бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең айырыуса контроле аҫтында төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булған БР-ҙа балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләһе тора. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм талантлы спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. 141 спорт төрө, шул иҫәптән 34 база төрө үҫешә. Физкультура-спорт йүнәлешендәге 133 йәмәғәт берекмәһе теркәлгән, шуларҙың 122-һе аккредитацияланған төбәк Спорт федерациялары.

Көрәш спорты үҫешенә  ҙур өлөш индергән шәхес
Көрәш спорты үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес

"Башҡортостандың Спорт мәктәбе" программаһы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе мөһим программаларҙың береһе булып тора. Ул 6-18 йәшлек балаларға махсус учреждениеларҙа спорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында балалар һәм йәштәр өсөн күмәк спорт саралары һәм ярыштары үткәрелә.
- Шуныһы мөһим, беҙ физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса юғары дәрәжәлә фекер алышабыҙ. Быны меңләгән тренерҙар, йөҙҙәрсә мең балалар күрә. Беҙ йәмғиәтебеҙгә физик культура һәм спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булыуы тураһында бик яҡшы сигнал бирәбеҙ, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында яһаған сығышында.
Радий Хәбиров үҙе спортсы, көрәшсе булараҡ та спорт өлкәһенә ярҙам итеү кәрәклеген яҡшы аңлай. Шуға күрә рес-публикала был йүнәлеш эҙмә-эҙлекле һәм комплекслы үҫеш юлында. Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа балалар һәм йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү һәм һәләтле спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелде.
Беҙҙең районда ла спорт мөһим урын алып тора, районыбыҙ етәкселегенең спортҡа етди иғтибар бүлеүе спортсыларыбыҙҙың төрлө кимәлдәге ярыш-турнирҙарҙа еңеүҙәр яулауында асыҡ сағылыш таба. Йәш спортсыларға бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған - районда “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, мәктәптәрҙә төрлө секция-түңәрәктәр эшләй. Ә балалар, үҙ сиратында, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешә.
Районда үҫеп килеүсе йәш быуынды һәм йәштәрҙе киң күләмле спорт сараларына йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелеп, мәктәп уҡыусыларында спорт төрҙәренә һөйөү тәрбиәләүҙә физкультура уҡытыусылары, тренерҙарҙың роле ҙур. Шуларҙың береһе - Ҡарағай урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Азат Хәбибуллин көрәш үҫешенә ҙур көс һалыусы тренер ҙа. Ул 1968 йылда Юрмаш ауылында тыуып үҫә. Азат Рәшит улын спортҡа булған һөйөүе, ауылда спортты үҫтереү теләге Ҡарағай урта мәктәбен тамамлағас, 1985 йылда Күмертау физкультура техникумына алып килә. Бер йыл уҡығас, Ҡораллы Көстәр сафына алына һәм ике йыл тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, уҡыуын да-
уам итеп, 1989 йылда ҡулына диплом ала. Йәш белгес тыуған мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай һәм 35 йыл инде балаларҙы спортҡа ылыҡтырып, уларҙы сәләмәт тормош яҡлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һалып, арымай-талмай яратып һайлаған һөнәре буйынса эшен дауам итә. Силәбе физкультура институтын тамамлап, юғары белемгә эйә була. Мәктәптәге төп эшенән тыш тренер 1993 йылдан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә милли көрәш секцияһын алып бара, уға өҫтәп йәш спортсыларға дзюдо, өсөнсө йыл йәмәғәт башланғысында ирекле көрәш серҙәрен дә төшөндөрә. Секцияла үҫмерҙәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа ҙур теләк менән шөғөлләнә. Хәҙер унда шөғөлләнеүселәр һаны өс тиҫтәнән ашып киткән. Физкультура һәм спорт тәнде генә түгел, рухты ла нығыта, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ныҡышмал булырға өйрәтә, ҡыйыулыҡты арттыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй. Уҡыусыларында ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышып эш итә ул.
- Секцияға тренировкаға йөрөүселәр өсөн бөтөн шарттар бар. Былтыр Респуб-лика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ярҙамы менән БР “Көрәш спорты һәм билбаулы көрәш Федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан “Мәктәпкә көрәш” программаһы буйынса келәмгә (1 млн 700 мең һумлыҡ) эйә булып, ҙур ҡыуаныс кисерҙек, - ти Азат Рәшит улы төбәк башлығының спорт үҫешенә тос иғтибарын билдәләп. - Был тәңгәлдә Ауырғазы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илдус Нәҙершиндың да өлөшө ҙур булды. Район башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың районда спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеүен билдәләп үтергә кәрәк, уның ярҙамы менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә милли көрәш өсөн форма комплекттары һатып алынды. Бындай хәстәрлектәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
А.Хәбибуллиндың милли көрәш бу-йынса үрҙәр яулаусы, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, районыбыҙ данын яҡлаусы уҡыусылары байтаҡ. Әйтәйек, Рәмзил Кинйәбулатов, Фәнзил Амангилдин, Наил Ҡадиров, Александр Попков төбәк бәйгеһендә чемпион булһалар, Рәмзил шәхси беренселектә район буйынса – 1-се, республикала 3-сө урынға лайыҡ булған. Ул шулай уҡ милли көрәш буйынса район йыйылма командаһы составында. Быйыл тәрбиәләнеүселәре тәүгеһенән ирекле көрәш буйынса төбәк һәм респуб-лика бәйгеләрендә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаған. Улар: Салауат Зәйнетдинов, Айҙар Фәхретдинов, ҡыҙҙарҙан Ләйсән Иҙрисова, Айзилә Шәмсетдинова, Илнара Кинйәбулатова. Көрәш батырҙары - тәрбиәләнеүселәре Рузил Кинйәбулатов менән Рушан Шәрипов мәктәпте тамамлаған. Азат Рәшит улын чемпиондар әҙерләүсе тип әйтергә мөмкин.
А.Хәбибуллин үҙе лә мәктәптә уҡыған йылдарында еңел атлетика, саңғыла ҙур теләк менән шөғөлләнгән, хоккей менән мауыҡҡан. Саңғы буйынса райондың йыйылма командаһы составында төрлө ярыштарҙа район данын яҡлаған, полиатлон буйынса район чемпионы, ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа йүгереп, призлы урындар яулаған. Азат Рәшит улы өлгөлө, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм айыҡ тормош алып бара, дин юлында. Тормош иптәше Лилиә Шәмсетдин ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Илмира менән Ләйлә тормошталар, Өфөлә йәшәйҙәр. Улдары Урал Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының 4-се курсына уҡырға барһа, Салауат быйыл 11-се класты тамамлап, университетҡа уҡырға ингән. Балалары ла атайҙарына оҡшап спортты үҙ иткән. Мәктәп йылдарында Илмира - еңел атлетика, Урал милли көрәш буйынса район чемпионы булғандар. Кинйәләре Салауат та еңел атлетика бу-
йынса ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Хәбибуллиндар Эмилия исемле бер ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә.
Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, йәш спортсылар тәрбиәләүсе Азат Рәшит улына, уның тәрбиәләнеүселәренә уңыштар, яңынан-яңы бейеклектәр, еңеүҙәр генә теләйбеҙ.

Көрәш спорты үҫешенә  ҙур өлөш индергән шәхес
Көрәш спорты үҫешенә  ҙур өлөш индергән шәхес
Көрәш спорты үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: