+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Октябрь , 09:05

Традицияға әйләнер байрам

Ветеран уҡытыусы, район спортсылары тураһында мәғлүмәттәр туп-лаусы Рим Насрулла улы Исламғолов, бала-саға, йәш егет-ҡыҙҙар араһында йүгереү спорт төрөн популярлаштырыу маҡсатында Фәрзәт Мөнир улы Тимербулатов менән бәйләнешкә инеп, үҙенең спорт байрамы ойошторорға теләүе хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша. Уның тәҡдимен күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы ихлас ҡабул итә.

Традицияға  әйләнер байрам
Традицияға әйләнер байрам

Һәм бына алтын көҙҙөң бер көнөндә Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы мәктәбе уҡыусыларының еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш призёры Фәрзәт Мөнир улы Тимербулатов призына көҙгө кросы үткәрелде.
Был спорт байрамы ябай ғына булманы, сөнки Бурлы ауылында тыуып үҫкән 18 тапҡыр СССР чемпионы, 5 тапҡыр Европа чемпионы булған, 5 тапҡыр донъя беренселегендә көмөш миҙал яулауға өлгәшкән, шулай уҡ 400, 800 һәм 1500 метрға йүгереү буйынса донъя күләмендә иң көслө йүгеректәр иҫәбенә ингән Фәрзәт Мөнир улы унда үҙе лә ҡатнашты - был сараға ҙур мәртәбә өҫтәп кенә ҡалманы, ә уҡыусыларға, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, ныҡыш, тырыш булырға һәм донъя күләмендә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә, рекордтар ҡуйырға мөмкин икәнлекте иҫбатлаусы өлгө булды.
Байрам дөйөм теҙелеүҙән башланып, сәләмләү, танышыу менән дауам итте, уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, маҡсаттар ҡуйылды. Дүрт төркөм уҡыусылар һәм бер төркөм ветерандар өсөн 10 комплект миҙалдар уйнатылды, иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Сара барышында иң йәш йүгерек 8 йәшлек Алмаз Йәнбәков һәм иң оло йәштәге ҡатнашыусы 70 йәшлек Рим Насрулла улы Исламғолов булыуы асыҡланып, уларға ла махсус бүләктәр тапшырылды. Әйткәндәй, ветерандар араһында алтмыш йәшен уҙған рус теле уҡытыусыһы Рима Мөхәммәт ҡыҙы Кәримова, афған һуғышы ветераны, элекке мәктәп хеҙмәткәре Валерий Миниязовтың да булыуы балаларға ҡыҙыҡлы тойолдо. Фәрзәт Тимербулатов призына тәүләп үткәрелгән ярыштар киләһе йылдарҙа тағы ла күберәк хаҡлы ялдағы мәктәп хеҙмәткәрҙәрен йыйыр, тигән ышаныс та тыуҙы.
Көндөң йәйгесә аяҙ, йылы булыуы ҡатнашыусыларға күңелле тәьҫир иттеме, бүләкләүҙәрҙән һуң республика Спорт ветерандары советы ағзаһы Тимербулатов тәҡдим иткән “Һаулыҡ йүгереүе”ндә барыһы ла 100 м араны ихлас йүгереп үтте.
Шундай дәрәжәле, мәртәбәле ҡунаҡ менән аралашыу сәй өҫтәле артында дауам итте. Асыҡ йөҙлө, бер ниндәй һауалылығы булмаған донъя чемпионы менән аралашыу бик еңел. Һорауҙарға яуаптар биреп, спорт байрамының киләһе йылдарҙа юғарыраҡ кимәлгә таралып, традицияға әйләнеп китеүенә ышаныс белдерҙе ул. Йәш быуын өсөн бик кәрәкле булған был байрам, әлбиттә, шулай буласаҡ, сөнки Бурлы мәктәбендә үҙ һөнәренә мөкиббән киткән физкультура уҡытыусылары И.З.Ғәбдиев, Н.Т.Ғәлләмов, Ф.Р.Зәйнетдиновтар эшләй.
Спорт байрамында ҡатнашып, матур хәтирәләр алған хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Лилиә МИНИЯЗОВА.

Традицияға  әйләнер байрам
Традицияға  әйләнер байрам
Традицияға әйләнер байрам
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: