+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь , 10:00

Республика көнөнә - спортсылар ярышы

Республика көнө уңайынан районыбыҙҙа байтаҡ спорт ярыштары уҙғарылды. 11 октябрь иртәһе ныҡлы ҡырау төшөп, һыуығы менән ҡурҡытһа ла, йүгеректәр “Йәшлек” ял паркына сәғәт 10-да уҡ йыйылып, кросс башланғансы күптәр гимнастика эшләп, әҙерлек йүгереүе үттеп тә өлгөрҙөләр.

Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы

Кроста 87 еңел атлетиканы үҙ итеүсе йүгерҙе. Сәғәт 11-гә барыһы ла ярыш башланасаҡ урынға дәррәү йыйылып, теҙелеп баҫҡайнылар. Район спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов кроста ҡатнашыусыларға ярыш шарттары тураһында аңлатҡандан һуң, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, тәүге йүгереүселәргә старт бирелде. Ярыш судьяһы Лидия Елсукова исемлекте теркәп, йүгереүселәрҙе атай барҙы.
Спорт комитеты рәйесе призёрҙарҙы билдәләп, 9 йәш һәм унан кесерәк төркөмдә үҫмерҙәрҙән беренсе булып килеүсе Давид Коробов, ҡыҙҙарҙан Алёна Коробова, икенсегә – Морат Рәхимов, Милана Горина, өсөнсөгә - Ғилемдар Хәмзин, Оливия Сундукова, 10-11 йәшлектәр араһында беренсе урынға Шамил Мусин, Полина Матвеева, икенсегә – Родион Хренов, Амалия Алтынбаева, өсөнсөгә – Илнар Лоҡманов, Полина Зюлькина, 12-13 йәшлектәр араһында беренсе урынға Родион Маркисов, Яна Тюрина, икенсегә – Владимир Григорьев, Ләйсән Йомағолова, өсөнсөгә – Ислам Вәлиев, Айзилә Фәхретдинова, 14-15 йәшлектәрҙән беренсе урынға Динар Бәширов, Екатерина Николаева, икенсегә – Илмир Дилмөхәмәтов, Әлиә Хәмзина, өсөнсөгә – Алмаз Вәлиев, Эллана Сундукова, 16-17 йәшлектәрҙән беренсе урынға Эрнест Герт, Карина Торопкина, икенсегә – Елисей Николаев, Полина Лунегова, өсөнсөгә – Камил Вәлиев, Илүзә Иғзаҡова лайыҡ булды. Ә өлкән төркөмдәрҙән 18-ҙән 39 йәшкә тиклемгеләр араһында беренсе урынды Лиана Хәкимова, 40-тан 59 йәшкә тиклемгеләрҙән беренсе урынды Николай Николаев, Розалия Дәүләтбаева, икенсене – Радик Курманов, Елена Зәйнешева, өсөнсөнө Луиза Иғзакова һәм Дилбәр Дәүләтбаева, 60 йәш һәм унан өлкәндәр араhында беренселекте – Рәмил Ғимранов, икенсе урынды Ринат Рәхмәтуллин алды. Һуңынан елдәй елеп йүгереп, еңеүгә өлгәшеүселәргә ойоштороу комитетының Грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.
Отҡорҙар ярышты
12 октябрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап, мәктәп уҡыусылары, барлыҡ шахмат уйынын яратыусылар араһында ра-йон беренселегенә турнир үтте.
Турнирҙа 45 кеше ҡатнашып, ярыш ике төркөмдә барҙы. Төркөмдәрҙә приз-
лы урындар өсөн уйын ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, ир-аттар араһында беренсе урынды Рөстәм Әбелғәйеров, икенсене – Сабир Исхаҡов, өсөнсөнө – Винер Ғарифуллин, үҫмерҙәр араһында беренселекте – Тимур Мусин, икенсене – Даниил Никифоров, өсөнсө урынды Марат Ишмырҙин алды. Ҡыҙҙар араһында беренселекте Эльвина Әбелғужина, икенсене - Арина Солтанбәкова, өсөнсө урынды Дарья Проценко бер кемгә лә бирмәне. 2015 йылғы һәм унан бәләкәй малайҙар араһында беренсе урынға Тимур Ибәтуллин, икенсегә - Назар Аванесян, өсөнсөгә – Назар Әбсәләмов, ҡыҙҙарҙан беренселеккә Виктория Медведева, икенсе урынға Аделина Ишмырҙина, өсөнсөгә – Дина Ибәтуллина, яңы уйнай башлаусылар араһында беренселеккә – Асҡар Ғүмәров, икенселеккә – Кирилл Самарин, өсөнсө урынға Владимир Ермаков лайыҡ булды. Отҡорлоҡта еңеүгә ирешкән шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ.

Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Республика көнөнә - спортсылар ярышы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: