0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь , 10:35

Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы нисек үтте

17 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы – һуңғы биш йылда республикалағы иң ҙур сараларҙың береһенә старт бирелде.

Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы»  халыҡ-ара форумы нисек үтте
Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы нисек үтте

Баш ҡалабыҙ өс көнгә Рәсәйҙең спорт үҙәгенә әүерелде. Бында 40-тан ашыу эшлекле һәм спорт сараһы уҙҙы, донъяның төрлө мөйөштәренән 150-нән ашыу Олимпия чемпионы һәм тренерҙар, Азия Олимпия советының милли олимпия комитеттары президенттары, донъяның 50 иленән биш меңдән ашыу делегат килде.
Форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.
– Быйыл Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ошо мөһим ваҡиға менән ҡала һәм бөтә республика халҡын ҡотлағым килә. Беҙҙең ҙур илебеҙҙең үҫешенә, уның хәрби, хеҙмәт, ғилми һәм спорт еңеүҙәренә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Форумда ҡатнашыусылар данлыҡлы башҡорт ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, боронғо төйәктең тарихы, уның үҙенсәлекле мәҙәни мираҫы һәм спорт традициялары һәм, әлбиттә, төбәктең заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр, тип ышанам, – тине Президент форумдың пленар ултырышында.
Форумда нимә хаҡында һүҙ барҙы?
Күптән түгел асылған Көрәш һарайы форумдың төп майҙансығына әйләнде, унда байрамдың эшлекле өлөшө – конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, семинарҙар уҙҙы. Спорт тармағы һәм власть вәкилдәре Ватан һәм халыҡ-ара спорт перспективаларын тикшереү өсөн бергә йыйылды.
Спорт менән һәр кемдең шөғөлләнә алыу мөмкинлеген булдырыу форумдың төп темаларының береһе булды. Ил Президенты властар бының өсөн бөтә көсөн һаласағын белдерҙе:
– Артабан да күмәк спорт, күмәк спорт хәрәкәттәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырасаҡбыҙ. Һәм, әлбиттә, профессиональ спортсыларҙы һөҙөмтәле әҙерләү өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ, шул иҫәптән адаптив спорт төрҙәре буйынса ла. Бизнес, дәүләт, йәмғиәттең дөйөм тырышлығы менән билдәләнгән барлыҡ маҡсаттарға ла өлгәшә алырбыҙ, тип ышанам.
Владимир Путин шулай уҡ балалар спортын коммерциялаштырыуҙы туҡтатырға саҡырҙы: «Һәр нәмәлә сама белергә кәрәк». Уның әйтеүенсә, әгәр барыһы өсөн дә түләргә тура килһә, ул бер ҡасан да спорт мастеры була алмаҫ ине, сөнки ғаиләлә һәр тин иҫәпле була.
Башҡортостанда спорт объекттары төҙөүҙе
дауам итәләр
Спорттың һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ булыуы йәһәтенән Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренән айырыла. Статистар иҫәпләүенсә, республикала ике миллиондан ашыу кеше, йәғни һәр икенсе кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Мөмкин тиклем күберәк кешене сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа спорт комплекстары, стадиондар, тренажер залдары төҙөлә, ихаталарҙа спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Республика спорт ҡоролмалары һаны буйынса төбәктәр рейтингында Мәскәүҙән ҡала икенсе баҫҡысты биләй. Илдә спорт ҡоролмалары менән тәьмин ителеш 61,4% тәшкил итһә, Башҡортостанда – 74,5%.
Ике йыл эсендә Өфөлә бер юлы бер нисә ҙур спорт объекты төҙөлдө: Көрәш һарайы, Гимнастика үҙәге, Шорт-трек үҙәге, Спорт әҙерлеге үҙәге. «Рәсәй – спорт державаһы» форумына тағы ла өс объект асылды: Өфөлә – Фехтование үҙәге һәм Ишкәкле слалом комплексы, Нефтекамала – бассейны, волейбол, баскетбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт залдары булған «Амфибия» спорт комплексы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Президент Путинға «Рәсәй – спорт державаһы» форумын беҙҙең республикала уҙғарыу ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, «төҙөлөш барған спорт объекттарын аҙағынаса еткереп, тағы төҙөрбөҙ», тип өҫтәне. Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, алдағы биш йылда Башҡортостанда 1,5 мең яңы спорт объекты төҙөү күҙаллана. Шул иҫәптән – туғыҙ физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш бассейн, ике боҙ аренаһы һәм дүрт стадион. Шулай уҡ Бокс үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөү планлаштырыла.
Профессионалдар өсөн старт
Яңы ҙур объекттар төҙөлөү менән Өфө илдең спорт ҡына түгел, ә мультиспорт майҙансығына әүерелә. Хәҙер республиканан ситкә сыҡмайынса, көрәш, фехтование, хоккей, ишеү, спорт һәм художество гимнастикаһы, шорт-трек һәм башҡа төрҙәр буйынса профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә һәм уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Беҙҙә донъя кимәлендәге төрлө ярыштар үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шуға күрә Өфө төбәк әһәмиәтендәге ҡаланан бөтә донъяла танылыу яулаған мегаполисҡа әүерелә бара.
Баш ҡаланың архитектура ғорурлығы булған үҙенсәлекле спорт объекттары республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә тренерҙарҙы һәм спортсыларҙы йәлеп итә.
– Беҙ спорт өлкәһендә ярайһы уҡ алға киттек. Шуға ҡарамаҫтан, тармаҡ базаһын артабан да нығытасаҡбыҙ – еңел атлетика манежы, Боксты үҫтереү үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөйәсәкбеҙ. Шулай уҡ муниципалитеттарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм бассейндар төҙөүҙе дауам итергә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Ә был ваҡытта...

Форум көндәрендә Өфөгә билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев килде. Ул Фехтование үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты һәм, хис-тойғоларын йәшермәйенсә, үҙәкте «иҫ киткес спорт ҡоролмаһы» тип атаны. Шулай уҡ алып барыусы көндәлек күнекмәләрен дауам итеп, Салауат Юлаев һәйкәле янында үҙенең маршрутын булдырған һәм уның фонында шәп селфи яһаған.

Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы»  халыҡ-ара форумы нисек үтте
Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы нисек үтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: