2015 йылғы һәм уларҙан кесерәктәр араһында Алёна Коробова менән Давид Коробов еңеү яуланы. Анита Хәбибуллина менән Тамир Фәйзуллин – 2-се, Оливия Сундукова менән Рамин Хәмзин - 3-сө урында.
2013-2014 йылғыларҙан Рената Дибаева менән Вилдан Солтанғолов – 1-се, Валерия Гаврилова менән Ғилемдар Хәмзин – 2-се, Самира Кәримова менән Никита Кулагин – 3-сө урында.
2011-2012 йылғылар араһында Лина Мөхәмәтйәнова менән Камил Мәжитов – 1-се, Софья Балабонова менән Глеб Горин – 2-се, Дарина Шәмсетдинова менән Данис Рәхмәтуллин 3-сө урын яуланы.
2008-2010 йылғыларҙан Карина Торопкина менән Шамил Мәжитов – 1-се, Алия Хәмзина менән Рөстәм Мәжитов – 2-се, Эланна Сундукова менән Вәсим Дибаев – 3-сө урында.
2004-2008 йылғыларҙан Елисей Николаев – 1-се, Даниэль Маркисов – 2-се, Динар Бәширов 3-сө урындарға лайыҡ булды.
1964-1984 йылғыларҙан Данил Хәмзинға 1-се урын бирелде.
1964 йылғылар һәм өлкәнерәктәр араһында Флизә менән Ринат Рәхмәтуллиндар - 1-се, Лидия Сатлыҡова менән Ринат Ғилманов 2-се урын яуланы.
Призлы урын яулаусылар район хакимиәтенең спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов ҡулынан миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
“Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында футбол турнирҙары ла үтте. Өлкән футболсылар командалары менән бер рәттән иң кеселәр – 5-6 йәшлектәр ҙә турнирҙа үҙ көстәрен һынаны. Бәләкәстәрҙе дәртләндерергә ата-әсәләре лә килгәйне. Тренер Антон Штадлер: “Республика көнө уңайынан бәләкәс футболсылар өсөн тәүгеһенән турнир үткәреп, уларҙың һөҙөмтәһе насар булманы. Район хакимиәте наградалар менән ярҙам итте. Барыһы ла һәйбәт үтте. Малайҙар бик ҡәнәғәт ҡалды”, - тине. Ысынлап та, спортта үҙҙәренең тәүге миҙалдарын һәм Грамоталар алған бәләкәстәрҙең шатлыҡтарының сиге юҡ ине.