Азамат Мәхмүт улы йәмле Еҙем йылғаһы буйында хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ерекле ауылында тыуып үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә, артабан ғаиләләре район үҙәгенә күскәс, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә уҡып, өлгөргәнлек аттестатын бында ала. Үҙен белә-белгәне бирле спорт менән дуҫ үҫмер оҙаҡ уйлап тормай, Күмертау педагогия училищеһына физкультура уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Бында ла спорттан айырылмай, көрәш, самбо секцияларында шөғөлләнә, һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уҡыу йорто данын яҡлай. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Ырымбур дәүләт педагогия институтының физик тәрбиә биреү факультетына уҡырға инә. Әммә 1-се курстан һуң әрме хеҙмәтенә саҡырыла һәм ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп уҡып, юғары белемгә эйә була. Хеҙмәт юлын Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһында башлап, артабан 3-сө урта мәктәптә эшләгән йылдарында тренер булараҡ үҫмерҙәргә самбо, милли көрәш серҙәрен аса. “Тайыш табан” көрәшселәр спорт клубын асыуға өлгәшеп, унда тәрбиәләнгән көрәшселәрҙең районда ғына түгел, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеүе өсөн дә аҙ тир түкмәй ул. Азамат Мәхмүт улы артабан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә инструктор-методист, спорт мәктәбе директоры вазифаларында эшләй. Көрәшселәргә спорт йыйыны уҙғарыу һәм сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн Еҙем йылғаһы буйында “Һарыташ” спорт-туристик базаһы ойоштора, артабан “Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагерына йыйып, күнекмәләр уҙғара.
Азамат Мәхмүт улы көрәш, самбо буйынса ике тиҫтәнән ашыу республика һәм Рәсәй чемпиондарын үҫтерҙе. Ул башлап келәмгә сығарған спортсыларҙың кемеһелер тренер булып китте, ҡайһылары Башҡортостан, Рәсәй йыйылма командалары составында сығыш яһаны.
Артабан Азамат Ибәтуллин үҙен фермерлыҡта һынап ҡарарға йөрьәт итеп, ғаилә крәҫтиән-фермер хужалығы булдыра. Имәндәш ауылы янында Еҙем йылғаһы буйында “Олотау” туристик базаһында спорт өсөн сабыш аттары - саф башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Уның арғымаҡтары сабыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба, диндар кеше биш намаҙын да ҡалдырмай. “Еҙем” тәбиғәт паркына директор итеп тәғәйенләнгәс, бында ла ең һыҙғанып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, был вазифаны ҡалдырырға тура килә уға. Бөгөн Азамат Мәхмүт улы БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы үҙәк аппараты инспекторы булып эшләй.
Мәндем ауылында тыуып үҫкән, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Рима Ғиниәт ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 40 йылға яҡын татыулыҡта матур йәшәйҙәр. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иттеләр. Балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләгән атай кеше. Улдары Салауат менән Урал билдәле көрәшселәр, елкәләренә һалған тәкәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, икеһе лә ғаиләле. Ҡыҙҙары - БДМУ-ны тамамлаған балалар табибәһе Гүзәл (әле улы менән декрет ялында) волейбол спортын үҙ итә, кейәүҙәре Салауат та спорт йәнле, Красноусол үҙәк район дауаханаһында табип-стоматолог булып эшләп йөрөй һәм ярыштарҙа ҡатнашып, дауахана данын яҡлай.
Ибәтуллиндар дүрт ейән һәм бер ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе булыу бәхетен кисереп йәшәйҙәр. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре атай-олатайҙарының спорттағы юлын дауам итә.
Үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә арымай-талмай эшләгән педагог Азамат Ибәтуллин “БР-ҙың мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ була, милли көрәште үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, спорт һәм туризмды үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының Маҡтау грамоталары, Өфө ҡалаһында билбау көрәше буйынса донъя чемпионатын әҙерләп, сараны уҙғарыуҙа ярҙамы өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, һәр кимәлдәге Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.
Һәр эште ҙур яуаплылыҡ то-йоп, еренә еткереп башҡарған, ғүмерен йәш быуында сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүгә, тәбиғәтте һаҡлауға бағышлаған Азамат Мәхмүт улын күркәм юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ.