+28 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
23 Ноябрь 2024, 04:15

Чемпион булды

Өфөләге Р.А.Баталова исемендәге спорт үҙәгендә тиҙ йоғонто яһау отрядының өлкән вәкиле, хәрби хәрәкәттәр ветераны Ринат Вәлиев иҫтәлегенә арналған панкратион спорт көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы.

Чемпион булдыЧемпион булды
Чемпион булды

Ярыштарҙа Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 10 команда ҡатнашты. Ярыштар егеттәр һәм ҡыҙҙар (14-17 йәш), юниорҙар һәм үҫмерҙәр (18-19 йәш), ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар (20 йәш һәм унан өлкәнерәк) араһында “классик панкратион” һәм “традицион панкратион” буйынса үткәрелде. Йөҙләгән спортсы иң яҡшы исеменә көс һынашты. Беренселек өсөн көрәш ныҡышмалы барҙы, ә спортсылар үҙҙәренең иң яҡшы техник һәм тактик алымдарын ҡулланырға тырышты. Бөтә Рәсәй турниры йомғаҡтары буйынса дөйөм команда зачётында беренсе урынды Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы спортсылары, икенсе урынды Төмән өлкәһе командаһы, өсөнсөнө Силәбе өлкәһе йыйылма командаһы яуланы.
Турнирҙа районыбыҙҙың “Батыр” клубы йәш көрәшселәре лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Илнар Әхтәмов Бөтә Рәсәй ярыштары чемпионы титулын яулаһа, Арыҫлан Рәхимов, көмөш миҙал яулап, турнир призёры исеменә лайыҡ булды.
- Арыҫлан да, Илнар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны. Йәштәр формаһын һәм иҫ киткес профессиональ әҙерлеген, шулай уҡ үҙҙәренең хәрбиҙәрсә ҡатҡыл характерын күрһәтте. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасиповаға һәм тәрбиәләнеүселәремдең ата-әсәләренә рәхмәтемде белдергем килә, - тип билдәләне “Батыр” көрәшселәр клубы тренеры Флорид Ғибаҙуллин.
Призёрҙарыбыҙҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм спортта артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас