Унда 500-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Республикабыҙ бәйгеселәре менән бер рәттән Силәбе, Ырымбур, Пермь ҡалаларынан, Удмурт һәм Татарстан Республикаларынан вәкилдәр үҙ көстәрен һынаны. Улар араһында Красноусолдағы “Лион” спорт академияһы тәрбиәләнеүселәре лә бар ине.
“ММА тактик (көрәш)” дисциплинаһында Владислав Иванов һәм Иван Крученков икенсе урын яуланы, Роман Журавлёв өсөнсө булды. Универсаль алышта Радмир Шәмсетдинов менән Виталина Герасимова - чемпион, Нелли Әбделмәнова менән Сабина Абдрахманова көмөш миҙалға лайыҡ булды. ММА ҡатнаш алышында Илья Үлмәҫҡолов, Эмиль Батыршин, Вадим Баймырҙин һәм Арсен Юлмөхәмәтов - бронза призёрҙар.
Өфөлә "Берҙәмлек кубогы" төбәк-ара хәрби-спорт фестивалендә "лионовсылар" йәнә юғары кимәл күрһәтте һәм грэпплинг спорт көрәшендә иң яҡшылары булды. Тамерлан Хәйҙәров һәм Владислав Иванов беренсе урындар яуланы, Морат Рәхимов һәм Марат Солтанов - көмөш призёрҙар, Эмиль Батыршин үҙенең йәш категорияһында өсөнсө урын алды.