+28 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
27 Декабрь 2024, 05:00

Ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!

Яңы йыл каникулдары осорона өлкәндәр һәм балалар өсөн күп төрлө күңел асыу, спорт саралары үтәсәк.

Ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!Ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!
Ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!

28 декабрь

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Шахмат маскарады - 2025” турниры үтә. Башлана 09.00 сәғәттә.
Красноусолда, район мәҙәниәт һарайында Яңы йыл бал-маскарады (инеү хаҡы – 300 һум). Иң яҡшы маскарад костюмы өсөн бүләк һәм Төп приз отошо үтә. Сара 19.00 сәғәттә башлана (16+).

29 декабрь

Красноусолдағы иҫке телевышка янындағы саңғы трассаһында “Яңы йыл уҙышы - 2025” саңғы ярышы. Башлана 11.00 сәғәттә.

1 ғинуар

“Вәғәҙәләр йүгереүе”. Дистанция – 2025 м. 12.00 сәғәттә (Красноусолдағы “Йәшлек” паркында).

2 ғинуар

Мәктәп уҡыусылары араһында шахмат буйынса Яңы йыл турниры. Ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй. 10.00 сәғәттә (Красноусолда, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә).

3 ғинуар

“Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ғаилә спорт уйындары, 13.00 – 14.00 сәғәттә (М.Ғафури исемендәге майҙанда) (6+).
“Һыуыҡ күңел асыуға ҡамасауламай” Яңы йыл уйындары, 13.00 сәғәттә (М.Ғафури исемендәге майҙанда) (6+).
Баскетбол буйынса район беренселеге. Район мәктәптәрен тамамлаған ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында, 11.00 сәғ. (Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙә).
“Ҡарһылыу кубогы - 2025” (3-6 ғинуарҙа) Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат турниры, 10.00 сәғәттә.

4 ғинуар

“Манюня. Яңы йыл мажаралары” балалар өсөн киносеанс, 14.00 – 16.00 сәғәттә (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).
Мини-футбол буйынса клуб командалары араһында турнир. “Еҙем” ФОК-ында 11.00 сәғәттә башлана.
Волейбол буйынса район турниры, ҡыҙҙар араһында. 11.00 сәғәттә (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе).

5 ғинуар

“Морозко” киносеансы, 14.00 – 16.00 сәғәттә (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).
Волейбол буйынса район турниры, ир-егеттәр араһында, 12.00 сәғәттә (“Еҙем” ФОК-ында).

6 ғинуар

“Бремен музыканттары” киносеансы, 14.00-16.00 сәғәттә, (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).
“Яңы йыл мөғжизәһе” уйындары. 13.00 сәғәттә (М.Ғафури ис. майҙанда) (6+).
“Яңы йыл кәйефе артынан” уйын-квест, 11.00 сәғәттә (Район мәҙәниәт һарайы, дискозал) (6+).
Район ойошмалары һәм предприятиелары араһында футзал буйынса турнир. 11.00 сәғәттә (“Еҙем” ФОК-ы).
Йөҙөү буйынса район ярышы. 11.00 сәғәттә (“Еҙем” ФОК-ы).

7 ғинуар

Раштыуа байрамы, 15.00 сәғәттә (М.Ғафури ис. майҙанда) (6+).
Раштыуа осрашыуҙары (уйын станциялары: “Яңы йыл кәнфите”; “Арҡан тартышыу”, “Олафҡа тейҙер”; “Болғауыс”; “Ҡышҡы скороходтар”) (6+).
Саңғы ярышы. Раштыуа уҙыштары. Теләгән һәр кем ҡатнаша. Йыйылыу – 11.00 сәғәттә “Еҙем” ФОК-ында, ярыш 12.00 сәғәттә иҫке телевышка яғындағы саңғы трассаһында.

8 ғинуар

“СССР төнө” экскурсияһы. 11.00 сәғәттә (Ғафури тыуған яҡты өйрәнеү музейы).
“Ҡыш килде – мөғжизә алып килде” уйын ассортийы, 13.00 сәғәттә (М.Ғафури ис. майҙанда) (6+).
“Гарри Поттер һәм фәлсәфә ташы” киносеансы. 14.00-16.00 сәғәттә, (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).

9 ғинуар

“Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” бәйгеһе. 11.00 сәғәттә (район мәҙәниәт һарайы дискозалы).
Сәскә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе. 11.00 сәғәттә (Балалар сәнғәт мәктәбе).
“Щелкунчик һәм мөғжизәле флейта” киносеансы. 14.00-16.00 сәғәттә, (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).

10 ғинуар

“Яңы йыл ғаилә уйындары-2024”. Ғаилә командалары араһында күңелле старттар, 11.00 сәғәттә (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты).
ГТО буйынса Яңы йыл фестивале. Программала: һығылмалылыҡ, торған урындан һикереү, турникта күтәрелеү, ҡулға таянып ҡалҡыныу, пресс, атыу, йөҙөү. Йыйылыу – 10.00, сара 11.00 сәғәттә башлана (“Еҙем” ФОК-ында).
“Яңы йыл шыршыһы янында” уйындары. 13.00 сәғәттә (М.Ғафури ис. майҙанда) (6+).
“Огниво” киносеансы. 14.00-16.00 сәғәттә (Балалар ижады үҙәгендә) (6+).

11 ғинуар

Уҡ атыу турниры. 10.00 сәғәттә. (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты).

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас