

Хоккей – күптәр яратып шөғөлләнгән спорт төрө. Ул элек-электән ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр уйыны һанала. Уның менән күп ир-егеттәр мауыға. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа яңынан-яңы хоккей майҙансыҡтары сафҡа инә. Сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү ил Президенты тарафынан да милли өҫтөнлөк итеп билдәләнә. “Красноусол” шифаханаһы был йүнәлештәрҙе хуплай һәм үҫтерә.
Уйын башланыр алдынан шифахананың генераль директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов командаларҙы сәләмләп, иң көслөһөнә еңеү теләне. Матчтың комментаторҙары - БСТ телевидениеһы һәм “Салауат Юлаев” хоккей клубы комментаторы Азамат Моратов менән Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы Мансур Шәмсетдинов йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы.
Мауыҡтырғыс уйында ике команда ла бирешергә теләмәне. Осрашыу һөҙөмтәһе - 8:5 булып, Ғафури хоккейсылары файҙаһына еңеү менән тамамланды. Быға районыбыҙ командаһының көйәрмәндәре күп булыуы ла этәргес көс һәм дәрт биреп торғандыр. Уйын барышында “Алға!”, “Ҡапҡаны ҡапла!”, “Го-ол!”, “Красноусолдар, бирешмәгеҙ!” тигән ауаздар яңғырап торҙо.
Һуңынан район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов менән бергә бүләкләү тантанаһы үтте. Матчта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
Уйын барышында көйәрмәндәр өсөн ҡайнар сәй һәм ҡапҡылап алыу ойошторолдо. Шифаханабыҙҙа ошондай дуҫтарса осрашыуҙар уйыны үткәреү яҡшы йолаға әүерелеүе шатлыҡлы. Был көн күптәргә ялды файҙалы үткәреү һәм спортҡа яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге бирҙе.