Турнирҙы тантаналы асыуҙа БР Спорт көрәше “грэпплинг” Федерацияһы рәйесе Арсен Зиннәтуллин, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, Айнурҙың әсәһе Тәнзилә Йәнешева, туғандары, район хакимиәтенең спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов, “Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙанов, Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары, “Батыр” клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллин ҡатнашты. Хәрби бәрелештәр ветераны-афғансы Марс Хәйруллин йыр башҡарҙы. Арсен Альберт улы асыҡ турнирҙы ойоштороуҙары өсөн район хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән “Батыр” клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллинға Рәхмәт хаттары тапшырып үтте, ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Батыр яугир Айнур Ғәбделәхәт улын бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алғандан һуң турнир асыҡ тип иғлан ителде.
Республика кимәлендәге үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатын ҡуйған турнирҙа үҙ көстәрен һынарға төрлө ҡала-райондарҙан 20-нән ашыу команда һәм 400 тирәһе йәш спортсы килгәйне. Бәйгенең сираттағыһында ла Красноусолдағы тренерҙар Флорид Ғибаҙуллин менән Тетан Ягодкин әҙерләгән “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен иң көслөләре һәм таһылдары тип танытты. Сәмле бәйгеләр өс келәмдә барып, көнө буйына дауам итте.
“Батырҙар алышы”нда “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре уңышлы сығыш яһап, бик күп наградаларға лайыҡ булды. Һәм турнирҙы йомғаҡлап, дөйөм команда яулаған миҙалдар иҫәбе буйынса тап улар 1-се урын яуланы. Шәхси беренселектә малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа сәмлелек менән алышты. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә 4-5 йәшлектәрҙән: Артём Шабабов – 1-се, Ислам Фәхретдинов менән Рамазан Хәбибуллин 2-се урындарҙы яуланы. 6-7 йәшлектәр араһында Марат Солтанов еңеүсе булды, Әмирхан Рәхимов менән Асҡар Резбаев 2-се урынға лайыҡ булды, Анастасия Никифорова менән Агата Казанцеваға 3-сө урын бирелде. 8-9 йәшлектәрҙән: Илмир Сөләймәнов, Родион Матвеев, Руслан Тамоян, Хәмзә Хамзаев, Елизавета Казакова – 1-се, Морат Рәхимов, Әмирхан Нәзиров, Тамерлан Хәйҙәров, Аслан Алиян – 2-се, Кирилл Дутов, Давид Кашин, Арсен Аҙнабаев – 3-сө урында. 10-11 йәшлектәрҙән: Александр Ефимов, Рамин Хәмзин, Илмир Сөләймәнов, Алан Алиян, Семён Сабиров, Иван Крученков – 1-се, Владислав Иванов, Арсен Камалетдинов – 2-се, Владислав Иванов (42 кг), Данияр Ғәлләмов 3-сө урындар яуланы. 12-13 йәшлектәр араһында: Виталина Герасимова менән Владислава Рогожина еңеүсе булды, Камил Лоҡманов менән Максим Тюринға 3-сө урын бирелде. 14-15 йәшлектәрҙән: ҡыҙҙар араһында 57 кг ауырлыҡ үлсәмендәге бәйгеселәр араһындағы алышта Сабина Абдрахманова 1-се урын яулаһа, 52 кг ауырлыҡ категорияһында 2-се урынға лайыҡ булды. Үҫмерҙәр араһында Тимур Ҡотов - 1-се, Илья Үлмәҫҡолов – 3-сө урында. Владислава Рогожина 12 йәштә һәм 40 кг ауырлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, 16-20 йәшлек 46 кг ауырлыҡ үлсәмендәге ҡыҙҙар менән алышып, еңеү яуланы, ә финалда үҙенә ҡаршы алышыусыға саҡ ҡына ҡаршы тора алманы, һөҙөмтәлә, 2-се урын менән сикләнергә тура килде. Был категорияла Вадим Басареев та 2-се урынға лайыҡ булды. Шулай итеп, беҙҙең район грэпплингсылары бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Турнирҙа призлы урындар яулаусыларға грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды, еңеүселәр бүләккә А.Йәнешевтың фотоһүрәте менән иҫтәлекле миҙалдарға лайыҡ булды.
Был көндө грэпплинг ярышына йыйылыусылар махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Айнур Ғәбделәхәт улын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды, батырлығы үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә өлгө булып, күңелдәрендә мәңге һаҡланасаҡ.