+28 °С
Болотло
20 кешенән торған Республикабыҙ командаһы составында Ғафури районынан 7 вәкил дә бар. Улар: Ш.Ш.Хәкимов, Л.Д.Хәкимова, А.М.Кәримов, И.Ж.Сөләймәнов һәм Алтынбаевтар ғаиләһе. Фәнүр, Гөлкәй һәм Амалия Алтынбаевтар Уйында спорт ғаиләһе булараҡ сығыш яһай.
Был ярыш “Спорт – йәшәү нормаһы!” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләр көтөп ҡалабыҙ!