+28 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
14 Март 2025, 11:21

“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!

“Батыр” көрәш клубы тәрбиәләнеүселәре панкратион буйынса Волга буйы федераль округы Чемпионатында бына тигән сығыш яһаған!

“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!
“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!

Ошо көндәрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында үткән турнирға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан меңләгән спортсы килә. Ләкин беҙҙең көрәшселәр юғалып ҡалмай, оҫта алышып, юғары урындар алыуға өлгәшә.

Барлыҡ алыштарҙы ла ваҡытынан алда еңеү менән тамамлаған Арыҫлан Рәхимов алтын миҙал яулай. Илнар Әхтәмов – көмөш, ә Динислам Ғизетдинов бронза миҙалдар эйәһе була.

Хәҙер инде егеттәребеҙгә 1-5 майҙа Новосибирск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Беренселегендә үҙ көстәрен һынайһы ҡала. Унда улар республика данын яҡлаясаҡ. Уларға, шулай уҡ егеттәрҙең тренеры Флорид Ғибаҙуллинға уңыштар теләйбеҙ”.

“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!
“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!
“Батыр”ҙарҙың тағы бер еңеүе!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас