+28 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
15 Март 2025, 04:00

Батыр иҫтәлегенә күсмә кубок

Йөҙимән ауылы мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөн ҡаршылап “Йәгеҙ әле, егеттәр!” спартакиадаһы күп йылдар үткәрелеп килә. Был йоланан быйыл да ситтә ҡалманыҡ.

Батыр иҫтәлегенә күсмә кубокБатыр иҫтәлегенә күсмә кубок
Батыр иҫтәлегенә күсмә кубок

Ләкин ул үҙенсәлекле булды: МХО ерендә батырҙарса һәләк булған Имәнлек ауылы егете Рәзим Рафаил улы Дәүләтов иҫтәлегенә арналды һәм уның исемендәге күсмә кубок өсөн ярыш бик сәмле барҙы.
Өс ауыл ир-егеттәре командаларға бүленеп волейбол уйнанылар. Егеттәр ҡул көрәштереү, гер күтәреү, турникта күтәрелеү кеүек бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашты.
Кубок Йөҙимән ауылы командаһында ҡалды, икенсе урын - Уҫман ауылы, өсөнсө - Имәнлек ауылы командаһына, дүртенсе урын өс ауылдың йыйылма командаһына бирелде.
Рәзим Рафаил улы Дәүләтов исемендәге күсмә кубок өсөн ярыштар киләсәктә лә уҙғарылып, матур традицияға әйләнеп китер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Сараға батыр яугирҙың яҡын туғаны, эшҡыуар Дамир Дәүләтов, бер туған ағаһы Радик Дәүләтов, яңыраҡ МХО биләмәһенә яуға киткән Рәмил Шәрипҡолов, шулай уҡ Радик Шәрәфетдинов бағыусы булып торҙо, уларға ҙур рәхмәт. Барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!
Лилиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА,
Йөҙимән ауылы китапханасыһы.

Батыр иҫтәлегенә күсмә кубок
Батыр иҫтәлегенә күсмә кубок
Батыр иҫтәлегенә күсмә кубок
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас