+28 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
24 Марта 2025, 05:25

Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!

Красноусолда ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXVII Спартакиадаһының финал ярыштары үтте. 

Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!

Унда республикабыҙҙың иң көслө 13 командаһы ҡатнашты. Районыбыҙ данын Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты ҡыҙҙары: Әлиә Ғилманова, Мәҙинә Ходжакулова, Ангелина Әбулғатина, Азалия Басариева, Эльнара Шәрипова, Арина Ямғурова, София Йосопова, Илзиә Рәхмәтуллина, Руфина Степанова, Алһыу Асылбакова, Диана Фәхриева яҡланы.

 Ярыштар сағыу, көсөргәнешле мәлдәргә бай булды. Беҙҙең спортсылар финалға ышаныслы барып етте, әммә хәл иткес матчта Дыуан районы командаһынан еңелде. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙарыбыҙ икенсе урын алды. Волейболсыларҙы һәм уларҙың тренерҙары Ленар Сәйфуллинды яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы спорт ҡаҙаныштарын теләйбеҙ! Афариндар!

Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Волейболсы ҡыҙҙарыбыҙ “көмөш” миҙалдар яуланы!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас