4 апрелдән 6-на тиклем Ҡазанда Рәсәй Беренселеге үтте, унда 40 төбәктән 400-ҙән ашыу спортсы йыйылған. Яҡташыбыҙ Рәмил Кинйәбулатов 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында 55 килограмм ауырлыҡ категорияһында 1-се урын яуланы! Рәмзил Ҡарағай урта мәктәбен тамамлаған, хәҙер Ишембай нефть колледжы студенты. Спортта тәүге аҙымдарын ул тыуған мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Азат Рәшит улы Хәбибуллин етәкселегендә яһай, хәҙер Айнур Илнур улы Кинйәбаевта шөғөлләнә. Чемпионды һәм уның тренерҙарын ҡотлайбыҙ! Июнь айында Рәмзил донъя ярыштарында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Уға еңеү теләйбеҙ!