

Сарала абруйлы ҡунаҡтар: Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов ҡатнашты.
- Бөгөн, беҙҙең районда әһәмиәтле көн: һеҙгә ҡунаҡҡа легендар кеше килде, ул спорттағы ҡаҙаныштары һөҙөмтәһендә Гиннес рекордтар китабына ингән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы. - Римма Аҡбирҙе ҡыҙы һеҙҙең менән осрашырға ғына килмәне, ә мәктәбегеҙгә бик күп спорт инвентарҙары ла килтерҙе. Һәм был бик мөһим тип иҫәпләйем, шул кәрәкле әйберҙәр ярҙамында спортта уңыштарығыҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ һаны ла бермә-бер артасаҡ.
Үҙ сиратында, Рима Баталова тәрбиәләнеүселәр алдында сығыш яһап, республикала һәләтле балаларҙың күп булы-уын билдәләне.
- Беҙҙең “Милләт йәшлеге” фонды физик культураны һәм спортты үҫтереүҙә дәүләт мәғариф учреждениеларына әүҙем ярҙам күрһәтә, - тип һөйләне Рима Аҡбирҙе ҡыҙы. - Был проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың физик һәм психик һаулығын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһының да физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә лә реабилитация һәм социализация үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Проектта ҡатнашыусыларҙың береһе булып һеҙҙең коррекция мәктәбе тора, беҙ бөгөн һеҙгә спорт инвентарын шатланып тапшырабыҙ. Һәм иҫегеҙҙә тотоғоҙ, балалар - чемпион булып тыумайҙар, быға ҙур тырышлыҡ ярҙамында ирешәләр. Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!
Танылған спортсы тәжрибәһе менән уртаҡлашып, даими күнекмәләрҙең һәм сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан ул малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы һәр иртә үҙ көнөн башлаған төп күнегеүҙәрҙе эшләп ҡарарға саҡырҙы. Күнекмә күңелле һәм ҡыҙыу барҙы, балалар музыкаға эйәреп хәрәкәттәрҙе әүҙем ҡабатлап, күп тапҡыр чемпион булған спортсыға оҡшатырға тырыштылар.
Мәктәп-интернат директоры Фәнүзә Йәнешева ҡунаҡтарға уҡыу йорто тураһында һөйләп, уҡыусыларҙың еңеүҙәрен һәм ҡаҙаныштарын билдәләне, спорт инвентары һатып алыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн ихлас рәхмәтен белдереп: “Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, балаларға күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Улар өсөн был ҙур шатлыҡ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ! Тәрбиәләнеүселәребеҙгә килгәндә, был уларҙың һәр береһенең физик үҫеше өсөн бик яҡшы мөмкинлек, әүҙем тормош алып барасаҡбыҙ һәм һаулығыбыҙҙы нығытасаҡбыҙ”, - тине.
Абруйлы ҡунаҡ алып килгән бүләктәргә һәр мәктәп көнләшер ине: өҫтәл теннисы өсөн өҫтәл, футбол, волейбол, баскетбол һәм гимнастика туптары, бер нисә пар пластик саңғы, гантель, ҡулса, һикереү, бадминтон өсөн ракеткалар, скейтбордтар һәм башҡалар.
Балалар Рима Аҡбирҙе ҡыҙына ихлас рәхмәт әйтте һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнергә вәғәҙә бирҙе. Ә ҡунаҡтарға рәхмәт йөҙөнән үҙ ҡулдары менән эшләнгән иҫтәлекле значоктар тапшырылды. Сара аҙағында барыһы ла хөрмәтле ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Бүләк ителгән спорт инвентары балаларға спортта әүҙемерәк булырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм яңы бейеклектәргә күтәрелергә һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.