Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июнь 2025, 09:23

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбе Президент гранттары конкурсында ҡатнашып, өсөнсө тапҡыр проект яҡлап, еңеп сыҡты. Әлеге проект 2024 йылдың июль айында яуланды . Ул “Тартылыу урыны: спорт һәм ғаилә” (“Место притяжения: спорт и 7я”) тип аталды. Уға ярашлы мәктәп янындағы биләмәлә спорт майҙаны төҙөлдө.

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 3 миллионға яҡын аҡса бүленде. Программа планына ярашлы волейбол, баскетбол, футбол ярыштары ҡаралған һәм улар уңышлы үтеп китте.
Һуңғы ярыштарҙың береһе - Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов исемендәге кубок өсөн волейбол турниры үткәрелде. Ул бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы. Был турнирҙа Красноусол, Имәндәш, Ҡарағай, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Юлыҡ, Бурлы мәктәптәре уҡыусылары һәм ауыл йәштәре ҡатнашты. Уҡыусылар араһында 1-се урынды Еҙем-Ҡаран, 2-се урынды Сәйетбаба, 3-сө урынды Имәндәш уҡыусылары командалары яулаһа, йәштәр араһында 1-се урынды Сәйетбаба, 2-се урында – Бурлы, 3-сө урынды Ҡауарҙы командалары алды. Беренсе урынды яулаусы командалар М.М.Шайморатов кубогы, 2-3-сө урынды алыусылар грамоталар менән бүләкләнде.
Проект етәксеһе Ә.Ф.Мәхмүтова, ярҙамсыһы С.И.Муллашев, уйындарҙы ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы булған Г.Т.Үтәгәнова, районда спорт ярыштары ойоштороуға яуаплы Ш.Хәкимов ярҙамында проектта ҡаралған саралар тамамланды. Уларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Шулай уҡ проектты атҡарып сығыуға ярҙам итеүсе уҡыусылар, уйын барышын ҡарарға килеүсе ата-әсәләр, ауыл халҡына рәхмәтлебеҙ. Артабан да бергә һәм берҙәм булайыҡ!
Заман талаптарына тура килгән спорт майҙаны бик кәрәк ине. Сөнки асыҡ һауала уйнарлыҡ, физик культура дәрестәрен үткәрерлек урын юҡ ине. Ә хәҙер шул майҙанда көндөҙ балалар кинәнешеп уйнаһа, кистәрен үҙебеҙҙең ауыл егеттәре һәм күрше-тирәләге ауыл йәштәре йыйылышып, ваҡыттарын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәрәләр.

Гөлдәр Ишемйәрова.

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас