Шамил Шакир улы, Лиана Данис ҡыҙы, уларҙың ҡыҙы Милана һәм уның өләсәһе Рәйсә Ғәбдрәшит ҡыҙы Өфөлә республиканың ғаилә командалары араһында үткән ГТО фестиваленең төбәк этабында Ғафури районы исеменән лайыҡлы сығыш яһап, һәйбәт һөҙөмтә күрһәткәндәр.
Ҡатнашыусылар көс, оҫталыҡ, координация һәм сыҙамлыҡ буйынса ярышҡандар. Уларға атыу, йүгереү, дөйөм физик әҙерлек, ГТО эстафетаһы һәм йөҙөү буйынса һынауҙар үтергә тура килгән.
Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса Хәкимовтар команда зачетында ышаныслы 1-се урын яулаған.
Спорт династияһын ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да еңеүҙәр, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!