Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июль 2025, 12:05

“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”

1 июлдә Өфө ҡалаһының Көрәш һарайында республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге” йәштәр спорт йәмәғәтселеге форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”
“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”

Сарала 500 йәш спортсы, шул иҫәптән районыбыҙҙан Наталья Геннадьевна Проценко етәкселегендәге үҫмерҙәр ҙә ҡатнашты. Улар араһында: Карина Торопкина - спортсы, полиатлон буйынса спорт мастерына кандидат; Дарья Проценко - шахмат буйынса икенсе спорт разрядына эйә спортсы; Даниил Никифоров шахмат буйынса беренсе спорт разрядына эйә спортсы был сараның уртаһында булды.

Радий Хәбиров Башҡортостан спортсыларына ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Спорт уңыштары республиканың абруйын күтәрә һәм балаларҙы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”
“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”
“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”
“Башҡортостан - спорт еңеүҙәре төбәге”
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас