11 хәрби-ғәмәли һәм спорт дисциплинаһында 10 көн көсөргәнешле ярыштар һөҙөмтәһе буйынса, беҙҙекеләр илдең 43 төбәге араһында 10-сы дөйөм команда урыны менән баһаланды! Районыбыҙ командаһы Рәсәй Федерацияһының иң көслө ун командаһы иҫәбендә!
Айырыуса, Динар Бәширов - граната ырғытыуҙа 1-се урын, Динислам Ғөбәйҙуллин - 3000 метрға йүгереүҙә һәм бейек перекладинала тартылыуҙа бер юлы ике көмөш миҙал алып, айырылып торҙолар.
Уларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Үҫмерҙәрҙе ошо көсөргәнешле ярышҡа әҙерләгән команда тренеры – Красноусолдағы 1-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Лиана Данис ҡыҙы Хәкимоваға һәм район спорт комитеты етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимовҡа ҙур рәхмәт, түгелгән көс бушҡа китмәгән. Һеҙ йәнә спорттың юғары бейеклегендә, - тип яҙған үҙенең бәйләнештәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.