Байрамдың төп өлөшө булған "Геройҙар уҙышы"нда районыбыҙ командаһы ла ҡатнашты һәм 1-се урын яуланы. Районыбыҙ намыҫын яҡлаған Артур Кәримов, Динислам Ғөбәйҙуллин, Елисей Николаев, Динар Баширов һәм Илмир Дилмөхәмәтов, Родион Сафиндар таһыллыҡ һәм берҙәмлек менән бөтә ҡаршылыҡты йырып сығып, еңеүгә өлгәште.
Еңеүселәргә бүләкте республика Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе тапшырҙы. “Афарин егеттәр, Һеҙ ысын геройҙар һәм беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ,”- тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.