Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2025, 09:00

Ғафуриҙар - чемпион!

2 августа Өфөнөң “Патриот” паркында һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан ҙур сара үтте.

Ғафуриҙар - чемпион!
Ғафуриҙар - чемпион!

2 августа Өфөнөң “Патриот” паркында һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан ҙур сара үтте.
2023 йылдан бирле Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө “Патриот” паркында үтә.
Байрамда төбәктең барлыҡ муниципаль берәмектәренән делегациялар ҡатнаша. Бер нисә йыл эсендә был сара матур йолаға әүерелде. Хәҙер был мәҙәни һәм ғаилә байрамы ғына түгел, ә ветерандарҙы, ғәмәлдәге хәрбиҙәрҙе һәм республика халҡын берләштергән ваҡиға.
Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙе, шулай уҡ уларҙың туғандарын һәм яҡындарын һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 95 йыллығы менән ҡотланы.
- Был ғәскәрҙәрҙең иң хәрби һәләтле һәм героик төрҙәренең береһе. Һеҙгә, хөрмәтле десантсылар, илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ышаныслы ҡалҡан, нигеҙ һәм терәк булыуығыҙ өсөн рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.
Сара барышында Радий Хәбиров һалдаттарға һәм офицерҙарға, ветерандар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыуҙа ҡатнашты. Радий Фәрит улы “Патриот” паркында уҙған “Геройҙар уҙышы” еңеүселәрен дә бүләкләне. Ярыш еңеүсеһе беҙҙең район командаһы ла Радий Фәрит улы ҡулынан кубок, диплом алып ҡыуанды. Икенсе урынды – Шишмә районы, 3-сө урынды Стәрлетамаҡ районы командаһы яуланы.
Районыбыҙ намыҫын яҡлаған Артур Кәримов, Динислам Ғөбәйҙуллин, Елисей Николаев, Динар Бәширов һәм Илмир Дилмөхәмәтов, Родион Сафиндар таһыллыҡ һәм берҙәмлек менән бөтә ҡаршылыҡты йырып сығып, еңеүгә өлгәште. “Афарин егеттәр, Һеҙ - ысын геройҙар һәм беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.
Район командаһы капитаны Артур Кәримов Геройҙар уҙышында икенсегә ҡатнаша. Уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
- Артур, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үтһәңсе.
- Үҙем Ишембай районында тыуғанмын. Ғаиләбеҙ менән 2002 йылда Красноусолға күстек. Шунан бирле Ғафури районы минең өсөн икенсе тыуған яғым. Ошонда 3-сө урта мәктәпте тамамланым. Уҡыусы сағымда уҡ Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында уҡыным. Урта мәктәптән һуң З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем. Уҡып йөрөгән сағымда 2009 йылда армияға алындым. Тәүҙә Омск ҡалаһында 242-се уҡыу үҙәгендә һауа-десант ғәскәрҙәрендә әҙерлек үттем, һуңынан 98-се ғәскәри дивизияла сапёр-миномётсы булып хеҙмәт иттем. 2010 йылда ҡайтып, уҡыуымды дауам иттем. Артабан Спорт академияһына күсеп, физкультура һәм спорт йүнәлеше буйынса диплом алдым. Бер аҙ вахта менән эшләп аҡса туплағас, үҙ эшемде асып, эшҡыуар булып киттем. Ҡатыным Линда менән Рамаҙан һәм Рамзан исемле улдар үҫтерәбеҙ.
- Спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
- Бәләкәйҙән спортҡа ынтылдым. 4-се кластан алып еңел атлетика, саңғы спортында шөғөлләндем. Ә 2017 йылдан инде көрәш төрҙәренә өҫтөнлөк бирә башланым. Күп ярыштарҙа ҡатнашҡаным бар. Яңыраҡ ҡына Өфө ҡалаһында уҙған панкратион буйынса ярышта 2-се урынға лайыҡ булдым.
- Геройҙар уҙышынан ниндәй тәьҫораттар алып ҡайттың? Иң иҫтә ҡалғаны нимә булды?
- Быйылғы ярыш беҙҙең өсөн айырыуса иҫтәлекле, шатлыҡлы булды, әлбиттә! Геройҙар уҙышында 2024 йылда Ғафури районы командаһы менән тәүге тапҡыр ҡатнашып, 4-се урын алғайныҡ. Ярыш бик юғары кимәлдә ойошторолған булыуы оҡшаны. 2 август көнө иртәнге 9-ҙа теркәү үткәндән һуң, дистанцияны ҡарап сыҡтыҡ. Старт бирелеү менән эстафета башланып китте. Ярайһы уҡ ауыр снарядтарҙы үтергә тура килде. Әммә беҙ бирешмәнек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, берҙәмлек һәм ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, финишҡа еттек. Десантсыларҙың, “Первушино” пилотаж төркөмөнөң күрһәтмә сығыштары бик оҡшаны. Иң тулҡынландырғыс мәл - республика Башлығы Радий Хәбировтың бүләкләүе булды!
- Һеҙҙең өсөн кемдәр көс-дәрт биреп “ауырыны”?
- Тәү сиратта командаға эстафетаны үткәндә кәңәштәрен биреп, өйрәтеп тороусы район хакимиәтенең спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимовҡа рәхмәтлебеҙ. Команданы ярышҡа әҙерләүҙә лә уның өлөшө ҙур. Егеттәрҙең әҙерлеге юғары булды, йәш булһалар ҙа көслө, таһыллы булыуҙарын күрһәттеләр. Форсаттан файҙаланып, ошо ярышҡа барырға мөмкинселек биргән район хакимиәтенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғөмүмән, районда спорт һәм физик культура үҫешенә ҙур иғтибар бирелеүе шатлыҡлы күренеш. Икенсенән, минең менән һәр ярышҡа бергә йөрөгән ғаиләмә рәхмәт. Улдарыбыҙҙа үҙемдең өлгөмдә сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышам. 7 йәшлек Рамаҙан улым өс йәшенән алып еңел атлетика, көрәш менән шөғөлләнә, саңғыла йөрөй.
- Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө һинең өсөн ниндәй мәғәнәгә эйә?
- Был көн минең өсөн ғаилә байрамы. Минең атайым да десантсы, шуға ла бәләкәйҙән был байрамды билдәләйем. Армияла тап ошо ғәскәргә эләгеүем атайым менән мине тағы ла яҡынайтты. Ошо көндө десантсылар бергә йыйылабыҙ, хеҙмәт иткән ваҡыттарҙы иҫкә алабыҙ, ғөмүмән, беҙҙе берләштереүсе көн ул. Беҙҙең девизыбыҙ – ял икән – әүҙем ял, байрам икән – спорт байрамы!
- Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Артур. Бар эштәреңдә уңыштар теләргә генә ҡала.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Ғафуриҙар - чемпион!
Ғафуриҙар - чемпион!
Ғафуриҙар - чемпион!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас