Юлыҡ урта мәктәбен тамамлауға Кәрим алдында артабан ниндәй һөнәр һайларға, уҡырға ҡайҙа барырға тигән һорау тормай. Оло ағайҙарға эйәреп туп һуҡҡан саҡта уҡ физкультура техникумына уҡырға барасаҡмын, тигән маҡсат ҡуя ул үҙ алдына. Тик шул уҡ йылда уҡырға инеү насип булмай уға, көҙгә әрме хеҙмәтенә саҡырыла. 1985-1988 йылдарҙа Амур өлкәһендә диңгеҙ сиктәрен һаҡлай Кәрим. Әйткәндәй, уның ике улы: Айгиз менән Илгиз дә хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, һис икеләнеүһеҙ Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инеп, волейбол буйынса белем ала. Артабан йәш белгес бер осор Ҡырмыҫҡалылағы 1-се урта мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, волейбол түңәрәге алып бара.
1994 йылда районға ҡайтып, ДЮСШ–ла тренер булып эш башлап, нисәмә быуын йәш спортсылар, волейболсылар тәрбиәләй. Бөгөнгө көндә Кәрим Закуан улы Юлыҡ һәм Ҡауарҙы мәктәптәрендә волейболсылар һәм уҡсылар әҙерләй. Кәрәк саҡта өҫтәмә рәүештә ОБЖ һәм физкультура дәрестәрен дә алып бара. Ул етәкселек иткән түңәрәктәрҙә балалар теләп шөғөлләнә.
- Шуныһы һөйөнөслө, уҡыусыларым бер ваҡытта ла һынатманы, һәр ваҡыт тиерлек еңеүселәр сафында киләләр, - ти дүрт тиҫтә йыл ғүмерен спортҡа, йәш быуынды волейбол уйнарға өйрәтеүгә арнаған тренер Кәрим Закуан улы. – Уҡсылар менән яңы эшләй башлауыма ҡарамаҫтан, балалар ярыштарҙа матур ғына һөҙөмтәләр күрһәтә. “Урал батыр” эпосы көнө сиктәрендә үткән ярышта Ҡауарҙынан Рәнис Ғәлин менән Элина Исхаҡова - 3-сө урын алһа, “Уҡлыҡая уғатары”нда Гөлнәзирә Кәримова менән Рәнис - 2-се, Элина Исхаҡова менән Әмирхан 3-сө урын алды. Артабан да һынатмаҫтар тип өмөтләнәм.
Кәрим Закуан улы үҙе волейболсыларҙың “Ветерандар” ра-йон командаһында уйнаһа, улы Айгиз - район йәштәре командаһы ағзаһы. Хәйер, Кәримовтарҙы ысын мәғәнәһендә спортсылар ғаиләһе тип әйтергә була. 6-сы класты тамамлаған кинйә улдары Әмирхан да спортты үҙ итеп, районда ғына түгел республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаған уғатар булараҡ билдәле. “Урал батыр” эпосы көнө уңайынан район үҙәгендә үткән уҡсылар бәйгеһендә 1-се урын яулаһа, Туймазы ҡалаһында, Иглин районында үткән уҡсылар бәйгеһендә ҡатнашып, үҙ тиҫтерҙәре араһында призлы урындар яулаған. “Уҡлыҡая уғатары”нда ла 3-сө урынды биләгән. Ошо көндәрҙә генә район командаһы составында Алабуға ҡалаһында үткән IV “Туган батыр” Бөтә Рәсәй традицион уҡтан атыу турнирында ла уңышлы сығыш яһап, 5-се урын яулаған. Атаһының тотош стенаны биләп торған бихисап миҙалдары, кубоктары йәнәшәһенә Әмирхан да үҙенең наградаларын теҙә башлаған инде.
- Наградалар тигәндән, улар күп инде ул, шулай ҙа минең өсөн Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге һәм “Спорт оҙон ғүмерлелеге” кубогы иң ҡәҙерле һәм һиммәтлеһе, - ти Кәрим Закуан улы.
Кәримовтар спортсылар булыу өҫтөнә Юлыҡтың уңған, өлгөлө ғаиләләренең береһе. Тормош иптәше Зәмирә менән, билдәләп үткәнемсә, үҙҙәренә оҡшап тырыш, спортты, хеҙмәтте яратҡан өс ул үҫтергәндәр. Оло улдары инде ил алдындағы бурысын үтәп, белем алып, һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөһә, өсөнсө улдары Әмирхан, күренеүенсә, атаһы юлынан китеп, спортты үҙ итә. Зәмирә ханым нисәмә йылдар инде Юлыҡ һайлау участкаһының алмаштырғыһыҙ рәйесе булып тора. Ғаиләһендә уңған хужабикә, йорт алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, байтаҡ йылдар инде ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табалар.
- Ихаталағы эштәр, хеҙмәт үҙе лә спорттың бер төрө, күнекмә бит. Мөмкинлек булған һайын нимә лә булһа эшләйһең, хәрәкәтләнәһең. Физик эш, спорт менән шөғөлләнеү сәләмәтлеккә генә түгел, сифатлы йәшәү өсөн дә кәрәк. Балаларҙы ла ошоға өйрәтеү мөһим, - тип иҫәпләй Кәрим Закуан улы.
Бар ғүмерен спортҡа арнаған һәм йәш быуынды ла ошо йүнәлештә тәрбиәләп, уларҙы ҡанатландырған тәжрибәле тренер, волейболсы Кәрим Закуан улын, уның тәрбиәләнеүселәрен һәм районыбыҙҙың барлыҡ спортсыларын байрамдары уңайынан ихлас ҡотлап, яңы еңеүҙәр, үрҙәр, ҡаҙаныштар теләргә генә ҡала.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.