Физик культура һәм спорт өсөн заманса инфраструктура барлыҡҡа килгән ҡала һәм райондар иҫәбендә Красноусол ауылының да булыуы айырыуса һөйөнөслө.
“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә Краснокама, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Яңауыл, Благовар, Иглин, Ейәнсура, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында ла ошондай уҡ майҙансыҡтар асылды.
Беҙҙең районда был икенсе ошондай майҙансыҡ (беренсеһе “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә урынлашҡан). Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов билдәләүенсә, районда төрлө йәштәге 9 025 кеше ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған. Һәм уларҙың һаны арта бара.
- Хәҙер спортсыларҙың һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙең күнекмәләре өсөн тағы ла күберәк мөмкинлектәр бар. Килегеҙ, шөғөлләнегеҙ, яңы еңеүҙәргә өлгәшегеҙ! – тине Венер Фәнир улы һәр кемде саҡырып.
Яңы майҙансыҡ Пушкин урамы, 90А адресы буйынса урынлашҡан. Бында ГТО нормативтарын үтәү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар: заманса урам тренажёрҙары, спорт снарядтары, турниктар һәм башҡалар бар. Был спорт объектының төп ыңғай яҡтарының береһе – һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ һәм күп функциялы булыуы.
Тантаналы асыуҙан һуң балалар һәм өлкәндәр майҙансыҡтың мөмкинлектәрен һынап ҡараны, улар уның бик уңайлы, хәүефһеҙ булыуын билдәләне. Яңы спорт майҙансығы төрлө йәштәге сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыларҙың яратҡан ял итеү урыны булһын!
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өс алдынғы төбәк иҫәбенә инә. Һуңғы биш йылда ғына беҙҙә 1,4 мең яңы ҙур һәм бәләкәй ҡоролмалар ҡулланыуға тапшырылды.
Беҙ спорт һәм физик культураны үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Рәсәй Спорт министрлығына һәм был эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт.