Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2025, 15:53

Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары

Һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән “Рәсәй спорты”  дәүләт программаһы ярҙамында Борай районында бәләкәй ҡалалар һәм райондар шахматсылары  араһында  тиҙ шахмат һәм блиц  буйынса  республика чемпионаты үтте. Был етди сарала райныбыҙ шахматсылары лы ҡатнашты һәм тағы ла бер тапҡыр  ғафуриҙарҙың оҫта һәм көслө шахматсылар булыуын иҫбатланы.

Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары

Даниил Никифоров, мәҫәлән, үҫмерҙәр араһында тиҙ шахмат һәм блиц буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Тиҙ шахмат буйынса “А” турнирында ул  мөмкин булған 9 очконан 8,5-те йыйҙы.

Наталья Проценко иһә  ҡатын-ҡыҙҙар араһында блицта -икенсе, ә тиҙ шахмат буйынса 3-се урын яуланы. Ә Азалия Миргалиева менән Дарья Проценко  үҙҙәрәнең йәш төркөмөндә саҡ ҡына ҡалышып, дүртенсе урын алды.

Шахматсыларҙың сираттағы  уңышы- көсөргәнешле хеҙмәт, даими шөғөлләнеү һәм ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһе. Ә һәр еңеү артында - көндәлек эш, ата-әсәләрҙең ярҙамы һәм, әлбиттә, тренерҙың оҫталығы һәм  шахматсыларҙың еңеүгә ынтылышы, ихтыяр көсө.

Уларҙы  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлап, артабан да  яңы еңеүҙәр, ҡаҙаныштыр теләйбеҙ.

М. Мәмәтҡолова.

Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Ғафури шахматсылары – республика чемпиондары
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас