Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль , 14:30

Атыу буйынса район турниры үтте

30 ғинуарҙа “Беҙҙең заман Геройҙары” хәрби-патриотик клубы проектына ярашлы Президент гранттары Фонды ярҙамында Аҡкүл ауылы мәктәбендә атыу буйынса район турниры үтте. Ярышта 8-11-се кластарҙан 36 уҡыусы ҡатнашты.

Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте

Турнир башланыр алдынан уҡытыусы-ойоштороусы Сергей Геннадиевич Шаров ҡатнашыусыларҙы хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләре менән таныштырып, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ярыш ойошҡан һәм бер ыңғайҙа барҙы. Һәр ҡатнашыусыға өс һынау һәм биш зачет атыуы мөмкинлеге бирелгәйне.

Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. 1 урын – Аҡкүл урта дөйөм белем биреү, 2-се урын -  Красноусолдағы 2-се һанлы, 3-сө урын Антоновка мәктәптәренә бирелде.

Шәхси зачет һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында: 1-се урынға  -Каролина Лазарева (Аҡкүл), 2-се урынға - Вероника Иванко (Аҡкүл), 3-сө урынға - Оксана Гулина (Яңғыҙҡайын); үҫмерҙәр араһында 1-се урынға  -Максим Большаков (Антоновка), 2-се урынға - Илдар Йомағолов (Красноусолдағы 3-сө мәктәп), 3-сө урынға Александр Калиберда (Аҡкүл) лайыҡ булды.

Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле приздар алды, ә еңеүселәр миҙалдар һәм Почет грамоталары менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе лайыҡлы урындар алыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Атыу буйынса район турниры үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас