+27 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
24 Февраля , 08:53

Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары

22 февралдә  Өфөлә, “Башҡортостан сәскәләре”  биҫтәһендәге  саңғы трассаһында “Марчалонга-2 башҡортса” классик стилдә республика саңғы үҙышы үтте.

Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандарыТәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары
Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары

Районыбыҙҙың ветеран саңғысыларыбыҙ еңеү өсөн йәш сикләүе булмауын тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

 25 км оҙонлоғондағы дистанцияла  Розалия Дәүләтбаева - икенсе, Фәтҡолла Әхмәтйәнов – өсөнсө урын яуланы.  Ғайса Кейекбаев иһә 12,5 км-лы дистанцияла финишҡа өсөнсө булып килеп етте.  Саңғысыларҙы республика кимәлендәге еңеүҙәре менән  ихлас ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйбеҙ.

М.Мәмәтҡолова.

Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары
Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары
Тәүге урындарҙа- Ғафури ветерандары
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас