Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март , 11:55

Арслан Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ

13-15 мартта  Марий Эл  республикаһының Йошкар-Ола  ҡалаһында панкратион спорт көрәше буйынса  Волга буйы Федераль округы беренселеге һәм чемпионаты үтте.

Арслан Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ
Арслан Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ

Был ярышта Башҡортостан йыйылма командаһы  составында Красноусолдағы 2 се урта мәктәп уҡыусыһы, тренер Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” көрәшселәр клубында тәрбиәләнеүсе Арслан Рәхимов та  ҡатнашты. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһаған  Арслан был юлы ла һынатманы, лайыҡлы рәүештә көмөш миҙалға лайыҡ булды һәм Рәсәй беренселегендә  ҡатнашыу  хоҡуғына эйә булды. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан  тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.

Мәрхәбә Собханғолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас