Турнир Башҡортостан, Ырымбур һәм Яр Саллы ҡалаларынан һәм республикабыҙ райондарынан 300-ҙән ашыу спортсыны йыйҙы.
- Тап беҙҙең райондың ошондай күләмдәге ярыштар өсөн майҙансыҡ булыуына шатмын. Ғафури районында көрәш - ул спорттан тыш, йолалар һәм рух көсөн тәрбиәләү булып тора. Районда спорт көрәше әүҙем үҫешә, ә беҙҙең көрәш клубтары ысын чемпиондар әҙерләй, - тип һөйләп үтте район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. - Был спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: профилле федерацияларға, ойоштороусыларға, тренерҙарға, судьялар коллегияһына, бағыусыларға һәм, әлбиттә, атай-әсәйҙәргә рәхмәт.