

Хәҙер бер тиҫтә йылға яҡын районыбыҙҙың һәүәҫкәр волейболсылары ошолай башҡа райондар менән волейбол ярышына йөрөшәбеҙ. Быны үҙ-ара дуҫтарса турнир тиһәң дә була. Был юлы Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел, Өфө, Белорет райондары волейболсылары ҡатнашты.
Ярыштарҙың тәүге минуттарынан алып финалға тиклем һәр төркөмдә уйын сәмле барҙы. Команда ағзалары хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышты, матур ҡеүәтле алымдар ҡулланды, туптарҙы һөҙөмтәле ҡағып, уйнатып та алды. Сөнки бында әҙерлекле, көслө волейболсылар көрәш һыҙығына сыҡҡан ине. Бөтә уйындар ҙа көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булды – һәүәҫкәр спортсылар еңеү өсөн янып-көйҙө. Уйында бер кем дә күңелен төшөрмәне, ул тағы ла осрашырға этәргес көс кенә бирә бит.
Һөҙөмтәлә, 40+ командалары араһында архангелдәр оппоненттарына еңеүгә өмөт ҡалдырманы һәм партиялар иҫәбе буйынса еңеү яуланы, 2-се урынға - ғафуриҙар, 3-сөгә Ҡырмыҫҡалы район командаһы лайыҡ булды. Бында районыбыҙ командаһынан Ибраһим Сөләймәнов, Марат Юнысов, Ринат Нуретдинов, Рим Рәхимов, Динар Камалов, Рәзиф Арыҫланов үҙ таҫыллыҡтарын күрһәтте. Ә 50+ командалары араһында шулай уҡ дөйөм иҫәп буйынса 1-се урынды өфөләр, 2-сене - ғафуриҙар, 3-сөнө - ҡырмыҫҡалылар яуланы. Бында районыбыҙҙың тәжрибәле волейболсылары: Рифат Ишмөхәмәтов, Рәшит Резбаев, Рафаил Юлмөхәмәтов, Кәрим Кәримов, Юлай Мәүлетҡолов, Раил Йомағолов, Алексей Яковлев көс һынашты.
Турнирҙа улар бер-береһенең ҡатҡыллығын, етеҙлеген генә күҙәтеп ҡалманы, үҙ-ара аралашып, һөйләшеп алырға ла форсат тапты. Уйындан һәр ҡатнашыусы ҡәнәғәт ҡалды.
Рафаил ЮЛМӨХӘМӘТОВ, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры.