

12-14 майҙа Краснокама районында мәктәп уҡыусыларының ХХҮ111 спартакиадаһы сиктәрендә еңел атлетика буйынса ярыштарҙың республика этабы (финал) ярыштары үтте.
Бында республика кимәлендә иң көслөләр исеменә төбәктәрҙә үткән зона этаптарында еңеүсе иң яҡшы 20 команда көс һынашты.
Был яуаплы һәм мөһим ярышта районыбыҙ намыҫын Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән физкультура уҡытыусыһы Алексей Яковлев етәкселегендәге үҫмерҙәр командаһы яҡланы. Йәш спортсылар Динислам Ғабдуллин, Егор Зюлькин, Арслан Рәхимов һәм Сергей Түзбәков республиканың төрлө райондарынан йыйылған спортсылар араһында лайыҡлы сығыш яһап, һикереү, йүгереү, граната ырғытыу буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса район командаһы лайыҡлы рәүештә икенсе урын яуланы. Йәш спортсыларҙы һәм уларҙың тренеры Алексей Валерьевичты ҡотлап, артабан да оло еңеүҙәр теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.