+17 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
2 Июля , 04:59

Ангелина ике алтын миҙал яулаған

Ғафури районы ҡаҙаныштары тупланмаһына сираттағы еңеү өҫтәлде - Ангелина Яркина грэпплинг буйынса Рәсәй беренселегендә ике алтын миҙал яуланы!

Ангелина ике алтын миҙал яулағанАнгелина ике алтын миҙал яулаған
Ангелина ике алтын миҙал яулаған

Ярыш Өфөлә үтеп, илдең 63 төбәгенән спортсыларҙы йыйған. Көслө конкуренция шарттарында спорт көрәше Академияһы тәрбиәләнеүсеһе ЛЕВ (LION) ике дисциплинала ышаныслы еңеү яулай: “грэпплинг” һәм “грэпплинг-ги” һәм ноябрҙә Баку ла үтәсәк донъя беренселегенә путевка алған.

Ангелинаны һәм уның тренеры Тетан Ягодкинды ҡотлайбыҙ! Уларҙың ныҡышмалы хеҙмәте, таланты һәм грамоталы остазлығы шундай юғары һөҙөмтәгә килтергән.

Алда донъя беренселеге. Уға уңыштар, яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!

Ангелина ике алтын миҙал яулаған
Ангелина ике алтын миҙал яулаған
Ангелина ике алтын миҙал яулаған
Ангелина ике алтын миҙал яулаған
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас