

24-27 майҙа Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда тарихи ваҡиға - был спорт төрө буйынса Берләшкән көрәш донъяһы (UWW) тарихында беренсе турнир үтә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Әрмәнстан, Молдова, Украина, Польша, Германияның иң көслө атлеттары йыйыла. Турнирҙың үҙенсәлеге булып кимононан тулыһынса баш тартыу (Grappling Gi) тора. Көрәш тик no-GI форматында рашгард (тәнгә һылашып торған махсус тығыҙ футболка) һәм шортыла ғына үтә. Был алыштарҙы мөмкин тиклем динамикалы һәм тамашалы итә. Ангелина тренеры Тетан Ягодкин етәкселегендә дүрт ҡатмарлы алыш үткәрә - һәр береһе тулы биш минут дауам итә. Алыш майҙанында Польша, Украина һәм Рәсәйҙән көслө дәғүәселәр була, әммә беҙҙең спортсы ҡаушап ҡалмай һәм бронза миҙал яулай.
Күптән түгел Ғафури районы ҡаҙаныштары тупланмаһына Ангелина Яркинаның сираттағы еңеүе өҫтәлде - грэпплинг буйынса Рәсәй беренселегендә ике алтын миҙал яуланы. Ярыш Өфөлә үтеп, илдең 63 төбәгенән спортсылар йыйылғайны. Көслө конкуренция шарттарында “Лион” (LION) спорт көрәше Академияһы тәрбиәләнеүсеһе ике дисциплинала (“грэпплинг”, “грэпплинг-ги”) ышаныслы еңеү яулай һәм ноябрҙә Бакуҙа үтәсәк донъя беренселегенә путёвка алған. Ангелинаның уңыштарында уның тренеры Тетан Ягодкиндың да ныҡышмалы хеҙмәте, таланты һәм грамоталы остазлығы ҙур роль уйнай, тап улар шундай юғары һөҙөмтәгә килтергән.
Йәш һәм сәмсел тренер Тетан Ягодкин - Красноусолдағы “Лион” спорт көрәше академияһының етәксеһе. Тетандың ҙур спорт юлы туғыҙ йәшендә, ата-әсәһе уны ирекле көрәш секцияһына алып килгәс, башлана. Башта дәрестәр ҙур шатлыҡ килтермәй, үҫмер волейбол һәм баскетбол секцияларын өҫтөн күрә. Әммә яйлап ул көрәш техникаһын үҙләштерә, оҫталығы ла үҫә, тәүге еңеүҙәр, наградалар килә һәм танылыуға өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, Тетан Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына уҡырға инә. Унда Никита Антропов етәкселегендәге көрәш клубында шөғөлләнә башлай. Тап уҡыу осоронда Тетан Ғафури районынан буласаҡ кәләше Юлиәне осрата һәм “Батыр” клубының тренеры Флорид Ғибаҙуллин менән таныша. Ул уны балалар менән шөғөлләнергә саҡыра. Тетан Ягодкиндың көрәш спорт залы асып, йәштәрҙе өйрәтеү хыялы була. Һәм был хыял 2023 йылда тормошҡа аша. “Лион” академияһы ҡайныһы Геннадий Михайлович Страдымов ярҙамында асыла.
Бөгөн Тетан Ягодкин тренер һәм эшҡыуар ролен уңышлы берләштерә. Уның етәкселегендәге академияла, 170 квадрат метр майҙанлы яңы залда төрлө йәштәге йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә. Даими күнекмәләр һәйбәт һөҙөмтәләр ҙә килтерә: уҡыусылары даими рәүештә төбәк һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа еңә. Ангелина шуларҙың береһе булып тора.
Әйткәндәй, Ангелина Яркина Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класын былтыр тамамлап, тренеры уҡыған колледжға уҡырға ингән һәм беренсе курсты тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. Ул үҙенең туғандарына ла өлгө булып тора. Ангелинаға уңыштар, яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ. Алда ла “Лион” спорт көрәше академияһы етәксеһе Тетан Фәйзулла улы үҙенең уҡыусыларының уңыштары менән райондаштарҙы һөйөндөрөп торһон. Ирешелгән һөҙөмтәләргә шатбыҙ һәм һеҙҙең спорттағы еңеүҙәрегеҙ менән ғорурланабыҙ.