+14 °С
Дождь
Антитеррор
Спорт
15 Августа , 06:05

Физкультурниктар көнөн - спорт майҙанында

Районыбыҙ спортсылары үҙҙәренең байрамын лайыҡлы ҡаршыланы. Красноусолда Физкультурниктар көнөнә арналған “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә үткән спорт ваҡиғалары барлыҡ йәштәге әүҙем тормош рәүеше алып барыусыларҙы берләштерҙе.

Физкультурниктар көнөн - спорт майҙанындаФизкультурниктар көнөн - спорт майҙанында
Физкультурниктар көнөн - спорт майҙанында

Байрам саралары 6 августа район мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә арналған шахмат турниры менән башланды. “Лион” спорт көрәше академияһы тренеры Тетан Ягодкин “Йәшлек” ял паркында иртәнге зарядка үткәрҙе. Ул “Чемпион менән зарядка” тип аталып, төрлө йәштәге райондаштарҙы берләштерҙе. Чемпион етәкселегендә ҡатнашыусылар саф һауала күнегеүҙәр комплексын үтәне, дәрт һәм яҡшы кәйеф алды.
7 августа эстафетаны иң бәләкәйҙәр ҡабул итте: “Беренселәр хәрәкәте” әүҙемселәре “Миләшкәй” балалар баҡсаһы эргәһендә ғаилә зарядкаһы ойошторҙо.
8 августа “Йәшлек” ял паркында еңел атлетика буйынса ярыш (кросс) үтһә, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығында командалар баскетбол буйынса көс һынашты.
11 августа “Жемчужина” ҡунаҡханаһы янындағы футбол яланында ярыштар сәмле барҙы.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас