+13 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
24 Августа , 04:00

“Атлантис Кубогы”нда икеләтә уңыш

Үткән ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Атлантис Кубогы” халыҡ-ара футбол фестивале тамамланды.

“Атлантис Кубогы”нда икеләтә уңыш“Атлантис Кубогы”нда икеләтә уңыш
“Атлантис Кубогы”нда икеләтә уңыш

Красноусолдан “СТАРТАП” футбол клубының йәш футболсылары өсөн был турнир ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиғаға әүерелде. Фестивалдән “СТАРТАП” балалар футбол клубының (тренеры - Антон Павлович Штадлер) ике командаһы ла районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп, алтын һәм көмөш миҙалдар, кубоктар менән әйләнеп ҡайтты.
Компромисһыҙ көрәштә Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, ә Рәсәйҙең күрше төбәктәренән һәм Ҡаҙағстандан килгән иң көслө үҫмерҙәр коллективтары осрашты. Турнирҙың кимәле традиция буйынса юғары: наградалар өсөн тиҫтәләгән команда көрәште, уларҙың күбеһе эре ҡала академиялары базаһында эшләй.
“СТАРТАП” клубының өлкәндәр командаһы (2013-2014 йылғы үҫмерҙәр) сифатлы уйын күрһәтеп, алтын миҙал яуланы. Төркөмдә беҙҙең егеттәргә Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ырымбурҙан тәжрибәле көнәркәштәр ҡаршы торҙо. Һәр матч ысын характер һынауына әйләнде.
Бындай етди көнәркәштәр араһында беренсе урын алыу - тренерҙар штабының ҙур хеҙмәте һәм уйынсыларҙың ир-егеттәрсә ныҡлы характеры һөҙөмтәһе. Беҙҙең өлкән егеттәр дисциплина, тактика һәм командалашыңа ышаныу теләһә ниндәй данлыҡлы клубты ла еңә алыуын иҫбатланы.
Кесе тәрбиәләнеүселәр - 2015 йылғы үҫмерҙәр командаһы ла сағыу сығыш яһаны. Уларҙың күбеһе өсөн был шундай кимәлдәге тәүге күсмә турнир ине. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, авторитеттар алдында ҡурҡыу белмәүҙәре уларҙың төп ҡоралына әйләнде. Тере, комбинацион футбол уйнап, кеселәр төркөм этабын ышаныслы үтте һәм финал төркөмөндә лайыҡлы икенсе урынды яуланылар. “Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары” булып өлкәндәр араһында команда капитаны Алмас Мәүлетҡолов, кеселәр төркөмөндә һаҡсы Арыҫлан Йәрмөхәмәтов, ярымһаҡсы Айнур Ишмырҙин танылды. Фестивалдә тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар үҙҙәре менән бергә көмөш миҙалдар, халыҡ-ара осрашыуҙарҙың баһаланғыһыҙ тәжрибәһен һәм үҙ көстәренә ышанысты алып ҡайттылар.
Был уңыш - тик тренерҙың һәм футболсыларҙың ғына уңышы түгел. Һәр еңеү артында ата-әсәләрҙең дә ҙур хеҙмәте тора: баланы юлға әҙерләгән йоҡоһоҙ төндәр, логистиканы ойоштороу, форма һәм инвентарь өсөн финанс ярҙамы. Нәҡ ошо “тренер - уйынсы - ата-әсә”нең берҙәмлеге юғары һөҙөмтәләр күрһәтергә мөмкинлек бирҙе лә инде.
Йәш чемпиондарыбыҙҙы һәм вице-чемпиондарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! “СТАРТАП” футбол клубының ике командаһы ла бөтә Башҡортостанға Красноусол кеүек бәләкәй ауылда ла лайыҡлы футбол сменаһы үҫеп килеүен һәм улар өсөн мөмкин булмаған нәмә юҡлығын асыҡ күрһәтте. Спортсыларыбыҙға тиҙлекте кәметмәҫкә, ныҡышмалы күнегеүҙәрҙе дауам итергә һәм бөтә Рәсәй ареналарында яңы сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!
Азамат МӘҮЛЕТҠОЛОВ.
Красноусол ауылы.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас