

Ярыштарҙа райондан 8 команда осрашты. Йәш ҡатнашыусылар 8 этапты үтеп, улар физик сыҙамлыҡты һәм оҫталыҡты ғына түгел, ә логиканы, аҡыллылыҡты, эрудицияны, ә иң мөһиме - берҙәм команда булараҡ эш итеү һәләтен дә күрһәтте.
Мәғариф бүлеге методисы Элина Тәлғәт ҡыҙы Йомағолова балаларға ялҡынлы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итеп, юнармеецтарға намыҫлы көрәш, үҙ көсөнә ышаныс теләне һәм был һүҙҙәр күптәр өсөн бик яҡшы старт заряды булды.
Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса: 1-се урын “Патриот” командаһына (Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы мәктәбе, етәксеһе Ф.Р.Зәйнетдинов); 2-се урын – “Рәсәйҙе һаҡлаусылар” командаһына (Еҙем‑Ҡаран мәктәбе, етәксеһе - К.З.Кәримов); 3-сө урын “Ялҡын” командаһына (Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе, етәксеһе - И.У.Искәндәров) бирелде.
“Авангард” (Красноусолдағы 1-се мәктәп, етәксеһе О.С.Николаев), “Йәш уҡсылар” (2-се мәктәп; етәксеһе - Р.Р.Шаймарҙанов), “Төньяҡ Амурҙары” (Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе, етәксеһе - М.Х.Фәйзуллин), “Мәжитовсылар” (Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, етәксеһе - П.И.Михайлов), “Монолит” (3-сө мәктәп; етәксеһе – М.Н.Сабитов) командаларының сағыу һәм лайыҡлы сығышын айырым билдәләп үтергә кәрәктер.
Еңеүселәр миҙалдар, дипломдар һәм торт менән бүләкләнде, ә һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле диплом һәм татлы бүләк алды - сөнки һөҙөмтә генә түгел, ә бергә үткән юл да мөһим. Был уйында ҡатнашыусыларҙан ойоштороусыларға ла рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, һәр кем яңы осрашыуҙар теләп таралышты.