+1 °С
Болотло
Бик сәмле һәм көсөргәнешле барған бәйгелә, Шәйхоловтар ғаиләһе райондаштарыбыҙҙың әүҙем тауыш йыйыуы һөҙөмтәһендә 1-се урынға сыҡтылар. Конкурс шарттары буйынса, еңеүселәр хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк. Улар шулай уҡ милли баҫманың дипломы менән бүләкләнәсәк.
Районыбыҙ улар кеүек күркәм, һоҡланғыс ғаиләләр менән данлы һәм ҡеүәтле бит. Шәйхоловтар ғаиләһен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!