Уңғандарыбыҙ
16 Марта 2025, 05:00

Эшен яратып башҡара

“Газпром газ бүлеү Өфө” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ҡалаһы филиалы Ғафури комплекслы газ хеҙмәтендә һәр ауыл биләмәләренә ҡараған “зәңгәр яғыулыҡ”лы ауылдарҙа слесарҙар эшләй.

Эшен яратып башҡараЭшен яратып башҡара
Эшен яратып башҡара

Имәндәштә командировка мәлендә шуларҙың береһе - Илшат Шәриповты (һүрәттә) эш мәлендә тап итеп, уның эшмәкәрлеге менән танышыу мөмкин булды. Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙың әсәһенең газ ҡорамалындағы етешһеҙлекте бөтөрөү менән мәшғүл ине ул. Илшат Хәлил улы 15 йыл инде Имәндәш, Ҡарағай, Некрасовка, Йөҙимән, Имәнлек ауылдарын хеҙмәтләндерә. Газ хеҙмәтенә эшкә килгәнгә тиклем Ҡарағай һөт заводында һыуытҡыс ҡорамалдары операторы булып эшләп, завод үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡас, һөнәрен алыштырырға тура килгән. Газ ҡорамалдарын эксплуатациялау буйынса слесарь һөнәрен үҙләштергәндән һуң, ең һыҙғанып эшкә тотонған ул.
- Үҙем булмышым менән әүҙем кеше мин. Төп эшемдән тыш, ауылым балаларын шатландырырға тырышып, йыл һайын Яңы йылда Ҡыш бабай булып кейенеп, бүләк-кәнфиттәр һатып алып, балалы ғаиләләрҙең өйҙәренә барып, уларҙы таратырға яратам, - тип тә өҫтәй ихлас йылмайып.

Эшен яратып башҡара
Эшен яратып башҡара
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас