

Яуаплылыҡ һәм һиҙгерлек - үҙәк хеҙмәткәрҙәрен айырып торған сифаттар. Йыл һайын улар 1000-дән ашыу кешегә ярҙам итә, 500 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтә.
“Изгелек шишмәһе” грант конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм 14 миллион һумдан ашыу суммаға 10 еңеү проектын тормошҡа ашырған. Был грант аҡсалары халыҡ өсөн өҫтәмә хеҙмәттәр спектрын киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова һәм Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов менән бергә үҙәк коллективын юбилейҙары һәм һөнәри байрамы - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотланы. Эшкә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм изге хеҙмәттәрендә уңыштар теләнеләр.