-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Асфальт түшәү хупланды

24 ноябрҙә Ҡаранйылға ауылы клубында Сәйетбаба ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыуға арналған йомғаҡлау йыйылышы булып үтте.

Асфальт түшәү хупланды
Асфальт түшәү хупланды

Республика хөкүмәтенән күрһәтелгән бындай ҙур ярҙамды файҙаланып ҡалырға тырышып, программаның быйылғыһында ла ҡатнашырға ҙур теләк менән халыҡ та күп йыйылған ине. Йыйылышта ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин, район Советы секретары Марсель Барый улы Йәнмырҙин, район Советы депутаты Әхмәт Мәүлембирҙе улы Аҫылбәков ҡатнашты.
Йыйылыусылар тарафынан йыйылыштың рәйесе итеп ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, сәркәтибе Фәнизә Байбулдина, иҫәп комиссияһына Аймара Суфиянова һәм Гөлшат Вәлиева һайлап ҡуйылды. Ауыл биләмәһе башлығы йыйылыусыларға көн тәртибенә ҡуйылған ҡарарҙарҙы ентекле аңлатып һөйләп, ошо программала биш йыл рәттән ҡатнашып, шунса тапҡыр еңеп сығыуҙарын бәйән итте һәм республика, район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтен дә белдерҙе.
- Хөкүмәт тарафынан булдырылған һәм сығарылған программала ҡатнашып, күп проблемаларҙы хәл итеп киләбеҙ. Өс тапҡыр ошо Ҡаранйылға ауылынан, икәүһе Йөҙимәндән үтте. Был программа буйынса дөйөм килтергән ярҙам 7 миллион 677 мең һумлыҡ булды. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, әҙ сығым түгел. Бына хәҙер икенсе тапҡыр йыйылыштыҡ һәм халыҡ теләге буйынса Ҡаранйылға ауы-лына Ж.Кейекбаев урамынан йылғаға тиклем асфальт һалыу тора. Был конкурста еңеп сығып, юлға асфальт килеп ятһа, башҡа ерҙәргә лә тоташтырылыр тип уйлайым, - тине Венер Сәхиулла улы.
Шулай уҡ ауыл халҡы исеменән Радик Ишбулдин сығыш яһап: “Юл бар, әммә ул машинала йөрөгән кеше өсөн “кер йыуыу таҡтаһы” кеүек тип әйтер инем. Ҡайһы саҡта Сәйетбаба ауылына сыҡҡансы, ҡайтҡансы машинаны күтәреп барырҙай булаһың. Беҙҙең ауыл үҫә, Сәйетбаба урта мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡыусы балалар ҙа байтаҡ. Йылғанан-йылғаға тиклем асфальт һалынһа, аҙаҡ район ярҙамы менән башҡа ерҙәргә лә һуҙырбыҙ”, - тине ул. Жәлил Кейекбаев музейы директоры Римма Ишмырҙина ла һүҙ алып, был фекер менән тулыһынса килешеүен әйтеп, юлдарҙың йәшәйеш көҙгөһө булыуын, шулай уҡ яҡшы юл һәйбәт кәйеф, хәүефһеҙлек сығанағы ла булып тороуын еткерҙе.
Эйе, был ауылға Башҡор-тостандың төрлө төбәгенән Ж.Кейекбаев музейына килеүселәр һаны иҫәпһеҙ. Шуға ла йәшәү рәүешен күрһәтеп торған юлды яҡшыртыу һис шикһеҙ кәрәк һәм мөһим эштең береһе булып тора. Йыйылыусылар ауыл мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йыр-моңдо тыңлап, был проекттың тормошҡа ашырына ышаныс менән таралышты.

Асфальт түшәү хупланды
Асфальт түшәү хупланды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: