Биләмә халҡы программаның быйылғыһында ла ҡатнашырға теләк белдереп, төрлө тәҡдимдәр булыуға ҡарамаҫтан, Ҡарлы ауылында былтыр тап ошо программа ярҙамында һатып алынған “МТЗ-82.1” тракторына аҫылмалы ҡоролмалар (КУН) һәм тағылма һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар.
28 ноябрҙә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2023” буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Уның эшендә район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин ҡатнашты. Башта сарала ҡатнашыусылар ауыл һәләттәре әҙерләгән концерт номерҙарын ҡараны. Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәфилә Усманова бәхет тураһында, “Илем” сыуаш фольклор ансамбле, ҡыҙҙар Милена Семёнова менән Анастасия Иванова йырҙарын башҡарҙы. Ауыл биләмәһе башлығы Сергей Иванов рәйеслегендә (сәркәтибе - Екатерина Семёнова, иҫәп комиссияһы Светлана Иванова, Екатерина Тимофеева) үткән йыйылышта көн тәртибендәге тракторға аҫылмалы ҡоролмалар һәм тағылма һатып алыу мәсьәләһе тауышҡа ҡуйылып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” конкурсында еңеп сыға ҡалһалар, аҡсаны Ҡарлы ауылында тракторға ошо ҡоролмаларҙы һатып алыуға йүнәлтергә, тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде.
Тракторға аҫылмалы ҡоролмалар һәм тағылманың яҡынса дөйөм хаҡы 1 миллион 700 мең һум. 1 млн. 200 мең һумы респуб-лика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленһә, 96 мең һумын халыҡтан (Ҡарлы ауылында 58 йорт-хужалыҡ иҫәпләнә), бағыусыларҙан 96 мең һум йыйыу, ауыл биләмәһе бюджетынан 308 мең һум бүлеү ҡарары ҡабул ителде. Биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Шулай итеп, Мораҡ ауыл биләмәһе халҡы бер тауыштан Ҡарлы ауылына тракторға ҡоролмалар һатып алырға тигән ҡарарға килде.
- Еңеп сығырға яҙһын! - тигән теләктә таралыштылар.