+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тракторға тағылма кәрәк!

Республикабыҙҙа ғәмәлгә ашырылған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” бына хәҙер һигеҙенсе йыл уңышлы эшләп килә. Районыбыҙҙың күп ауыл биләмәләре ошо программаға мөрәжәғәт итеп, үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға өлгәште. 24 ноябрҙә йәшәйешебеҙҙе яҡшыртырға мөмкинлек биргән был программала районыбыҙҙа беренселәрҙән булып был юлы ла ҡатнашырға ҡарар иткән Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы ҡатнашлығында ауыл мәҙәниәт йортонда йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Тракторға тағылма кәрәк!
Тракторға тағылма кәрәк!

Иң тәүҙә йыйылыусылар алдында ауыл имамы Салауат Түзбәков Ҡөрьән уҡып, был эштең уң булыуына фатиха бирҙе. Барыһы ла бер тауыштан йыйылыштың рәйесе итеп Имәндәш ауылы биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловты, сәркәтибе Илфат Үтәгәновты, иҫәп комиссияһына Айгөл Түзбәкованы һайланы. Сара барышында ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы 2016 йылдан алып “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамы менән биләмәләге иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәре хаҡында һөйләп, конкурстың бурыстары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Йыйылыусыларҙың тәҡдимдәре, теләктәре тыңланғандан һуң, төрлө һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, быйыл ошо программа буйынса Юрмаш ауылына алынған “МТЗ-82“ тракторына тағылма һәм аҫылмалы ҡоролмалар алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙылар. Тағылма инвентарь етешмәүе күп эште тотҡарлауы тураһында бер нисә кеше һүҙ алып, аныҡ миҫалдар аша әйтеп үтте. Был тәҡдим тауышҡа ҡуйылып, күпселек тауыш менән тракторға тағылма һәм аҫылмалы ҡоролмалар һатып алырға ҡарар ителде.
Проекттың хаҡы 1 миллион 548 мең һум торһа, 1 миллион 200 мең һумы республика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленә, бағыусылар ярҙамы 96 мең һум ҡаралған, муниципаль бюджеттан 156 мең һум бирелә, ә халыҡтан 96 мең һум аҡса йыйырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы, халыҡтың әүҙемлеге конкурста еңеп сығырға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Юрмаш ауылында 56 йорт бар, унда барлығы 192 кеше йәшәй. Шунда уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм: Айгөл Түзбәкова, Илфат Үтәгәнов, Флүс Шәрәфетдинов, Сергей Ильин, Илдар Мәхмүтов, Расих Муллашев, Ләйсән Әхтәмова, Миңнулла Шәмсетдинов, Ғәйәр Яҡупов, Айрат Айбатов һайлап ҡуйылды.
9 ауылды берләштергән Имәндәш ауыл биләмәһе халҡына быйыл да проект конкурсында еңеп сығырға яҙһын.

Тракторға тағылма кәрәк!
Тракторға тағылма кәрәк!
Тракторға тағылма кәрәк!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: