- Светлана Рәшит ҡыҙы, районыбыҙ ауыл биләмәләре “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на 2016 йылдан башлап ҡушылды, шулаймы?
- Эйе, тәүге йылдарҙа был программа һынау рәүешендә Урал аръяғы райондарында ғына тормошҡа ашырылды. Ә инде 2016 йылдан башлап тотош республика райондары ла йәлеп ителде. Әйтергә кәрәк, райондан 15 ауыл биләмәһе был йылдар һуҙымында программала әүҙем ҡатнашып килә. 2016-2017 йылдарҙа район буйынса 5-әр, 2018 йылда 2 проект тормошҡа ашырылды. Ә инде 2019 йылдан башлап йылдың-йылы конкурсҡа тәҡдим ителгән бөтә проекттар ҙа тиерлек еңеүгә өлгәште. Дөйөмләштереп әйткәндә, был йылдар арауығында дөйөм суммаһы 126,5 млн һум булған 88 проект тормошҡа ашырылып, урындағы әһәмиәткә эйә булған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә респуб-лика ҡаҙнаһынан 74,6 млн һум аҡса йәлеп ителде. Шулай уҡ муниципаль район бюджетынан 34,1 млн һум бүленһә, халыҡ һәм бағыусыларҙың өлөшө 17,8 млн һум тәшкил итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, программала ҡатнашыу өсөн районда ҙур һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле булған проект-тар ғына һайлана һәм уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2016-2024 йылдарҙа ауыл биләмәләренә барлығы 42,1 млн һумлыҡ 23 трактор (шул иҫәптән Красноусол - 4, Имәндәш, Сәйетбаба, Табын, Яңғыҙҡайын, Еҙем-Ҡаран,Ҡауарҙы һәм Бельский ауыл биләмәләре - 2-шәр) алынды. 14 ауыл биләмәһе был тракторҙарға 19,1 млн һумлыҡ ҡар көрәгес, этәткес, тейәгес кеүек төрлө тағылмалар һатып алыу буйынса 19 проектты тормошҡа ашырҙы. Шулай уҡ Аҡкүл, Бельский, Бурлы, Имәндәш, Еҙем-Ҡаран, Мораҡ, Табын, Ташбүкән, Сәйетбаба, Үтәк ауыл биләмәләре янғын һүндереү машинаһы, Толпар ауыл биләмәһе цистерна алды. Бөтә был техниканың дөйөм суммаһы 21 млн һум тәшкил итте. Йәнә Имәндәш, Аҡкүл,Толпар, Ташлы, Еҙем-Ҡаран һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә янғын һүндереү машиналары һәм тракторҙар өсөн мобиль бокстар (дөйөм суммаһы 7,6 млн һум) урынлаштырылды. Яңғыҙҡайын (1,3 млн һум) һәм Юлыҡ (1,4 млн һум) мәктәптәрендә тәҙрәләр алмаштырылды, 5 ауыл мәҙәниәт йортона материалдар һәм ҡорамалдар, 3 мәктәпкә компьютерҙар (4,2 млн һум) алынды. Аҡкүл ауыл биләмәһендә балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт йорто, Игенйылға, Бурлы, Юлыҡ, Ташбүкән ауылдарында мәҙәниәт йорттары биналарына, Ташлы һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә һыу үткәргестәр, Бурлы ауыл биләмәһендә янғын һүндереү депоһына капиталь ремонт эшләнде. Бөтә был эштәргә 8,7 млн һум аҡса йәлеп ителде.
Был йылдар һуҙымында шулай уҡ Красноусолдағы “Йәшлек” паркы, Үтәк ауылында шишмә төҙөкләндерелде, Бельский, Красноусол, Үтәк ауыл биләмәләрендә балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды, Аҡкүлдә обелиск яңыртылды. Тормошҡа ашырылған проекттар һаны һәм уларға йәлеп ителгән аҡсаның суммаһы буйынса Красноусол, Сәйетбаба, Имәндәш һәм Яңғыҙҡайын ауыл биләмәләре алдынғы урындарҙы биләй.
- Ағымдағы йыл аҙағына яҡынлаша. ППМИ буйынса быйыл халыҡ тарафынан һайлап алынып, конкурстан үткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш нисегерәк бара?
- Билдәле булыуынса, 2023 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на бер аҙ үҙгәрештәр индерелде һәм республика ҡаҙнаһынан субсидияның дөйөм суммаһы 600 млн һумға тиклем арттырылып, бер проектҡа субсидияның иң ҙур күләме 1,2 млн һум тип билдәләнде. Ә инде урындағы ҡаҙнанан өҫтәмә субсидия күләме проектты тормошҡа ашырыуға талап ителгән сумманың 5 -13 процентынан күберәк, халыҡтан - 2-8 проценттан ашыуыраҡ һәм бағыусыларҙан 8 проценттан күберәк тәшкил итә.
2024 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса 15 ауыл биләмәһе үҙ проекттарын конкурсҡа сығарһа, шуларҙың 11-е еңеүгә өлгәште. Тормошҡа ашырылған проекттарҙың дөйөм хаҡы 22,2 млн һум тәшкил итеп, респуб-
лика ҡаҙнаһынан 11,9 млн һум, район ҡаҙнаһынан -7,8 млн һум бүленде. 1,2 млн һум аҡса халыҡтан йыйылһа, ҡалған 1,3 млн һумы – бағыусыларҙан. Быйыл ауыл урамдарына асфальт түшәү буйынса ике проект тормошҡа ашырылғанлыҡтан урындағы бюджеттан аҡса күберәк бүленде.
Быйыл программаға ярашлы районға дөйөм суммаһы 8,8 млн һум булған 4 “МТЗ-82” тракторы алынды. Аҡкүл ауыл биләмәһенең Дарьино ауылы халҡы өсөн трактор алырға тигән проекты хаҡы, мәҫәлән, конкурс процедураларын үткәндән һуң 2 093000 һум тәшкил итте. Уларға рес-публика ҡаҙнаһынан 1,91999, 73 һум, район ҡаҙнаһынан 773 499 һум бүленде. Урындағы халыҡ һәм бағыусыларҙың өлөшө 113750-шәр һум тәшкил итте.
Бельский ауыл биләмәһе 2 499 915 һумлыҡ этәткес ҡоролмалы трактор алды. Уларға республика ҡаҙнаһынан 1199 959 һум, 1 099 962 һумы район ҡаҙнаһынан бирелһә, 199 993 һумы халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылған.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһенә 2,093 млн. һумлыҡ трактор алынды. Был проект-ты тормошҡа ашырыуға республиканан 1,92 млн һум, райондан 775 500 һум аҡса бүленде. Ҡалған 227 500 һумы халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылды.
Красноусол ауыл биләмәһенә дүртенсе “МТЗ-82 “ тракторы алынды. Уның дөйөм хаҡы 2 092 500 һум тәшкил итһә, респуб-ликанан 1116 мең һум, райондан 790 500 һум бүленде. Урындағы халыҡтан һәм бағыусыларҙан 186 мең һум йыйылды. Быларҙан тыш Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе алдағы йылда алынған тракторға 1,650 мең һумлыҡ тағылма һәм аҫылмалы ҡоролмалар алды. Был проектты тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 1200 мең һум субсидия бирелде. Үтәк ауыл биләмәһе лә тракторға 1,457 мең һумлыҡ ошондай ҡоролмаларға республиканан 940 мең һумлыҡ ярҙам алды.
Программа сиктәрендә шулай уҡ Сәйетбаба ауыл биләмәһендә янғын һүндереү машинаһы өсөн мобиль бокс (дөйөм хаҡы - 2,4 млн һум, 1 млн 195 мең һумы – республика, 945 962 һумы район ҡаҙнаһынан) урынлаштырылды. Яңғыҙҡайын һәм Имәндәш ауыл биләмәләрендә икешәр урамға асфальт түшәлде (дөйөм хаҡы – 5,1 млн һум булһа, республика ҡаҙнаһынан - 1,2-шәр млн һум), Бурлы ауыл биләмәһе Байымбәт ауылы зыяратын кәртәләүгә 800 мең һумлыҡ материалдар (республиканан 485 мең, район ҡаҙнаһынан 175 мең һум бүленде) алды. Шулай уҡ Ташбүкән ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре тамамланыу алдында. Был проекттың дөйөм суммаһы 2 млн һум булһа, уны тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 1158 мең һум, райондан 633,3 мең һум аҡса бүленде.
Күренеүенсә, райондың ауыл биләмәләре етәкселәре һәм халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның, ысынлап та, теге йәки был төбәктә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға бәйле булған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелеүен төплө аңлай һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, алдағы йылда ла үҙаллы ғына хәл итеү мөмкин булмаған проекттарҙы тәҡдим итеүҙәрен теләйем. Әйткәндәй, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау прграммаһы - 25” конкурсына старт бирелде һәм календарь план буйынса проблемаларҙы берләштереү инициатива төркөмдәрен һайлау саралары башланды. Конкурста ҡатнашыусыларға консультатив-методик ярҙам күрһәтеләсәк.
- Светлана Рәшит ҡыҙы, йөкмәткеле һәм фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.