Бөтә яңылыҡтар

Төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам буласаҡ

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнаша килә. Уҙған йылдың 27 ноябрендә Һабай ауы-лы клубында уҙған дөйөм йыйылышта ауыл халҡы бер тауыштан уңайлы мөмкинлектән файҙаланырға һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һәм 2025 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәлә итеп, программа аҡсаһын “МТЗ-82.1” тракторына тағылма һәм аҫылмалы ҡоролмалар, атап әйткәндә, универсаль тейәгес КУН, һоҫҡос, роторлы сапҡыс, ПТС-2 тағылмаһы һатып алырға йүнәлтергә, тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде. Ауылда барлығы 100 йорт-хужалыҡ иҫәпләнеп, 132 кеше йәшәй.

Төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам буласаҡ
Төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам буласаҡ

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы – йыйылыш рәйесе Азамат Әлмөхәмәтов йыйылыусыларға программаның шарттары, маҡсаты тураһында аңлатып, ошо программа буйынса башҡа йылдарҙа нимәләргә өлгәшкәнде барлап, унда үҙ өлөшөн индергәндәре өсөн биләмә халҡына һәм бағыусыларға рәхмәт әйтеп үтте. Ауыл халҡы исеменән шәхси эшҡыуар Фуат Латипов, ауыл Советы депутаты Фәнзил Хәбибуллин, Һабай ауылы старостаһы Вәрис Ғафаров, Юлыҡ мәктәбе директоры Эльвера Ғафарова тәҡдимде хуплап сығыш яһаны.
11 кешенән: Рәзилә Хәбибуллина, Фәнзил Хәбибуллин, Эльвера Ғафарова, Фәнзил Сәфәрғолов, Рәис Ғафаров, Резида Ҡужина, Луиза Сөләймәнова, Салауат Баязитов, Фәймә Зөлҡәрнәйева, Илнура Иҙрисова, Марат Дауытовтан торған инициатив төркөм һайланды.
Булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн был уңайлы ППМИ программаһында быйыл да еңеп сығырға яҙһын һәм теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, тип таралышты ауыл халҡы.

Фидалия КӘРИМОВА,
Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас