Ауыл биләмәһе башлығы Сергей Иванов биләмәнең йыл да “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашыуы, Мораҡ ауылы халҡының уны тормошҡа ашырыуҙа индергән өлөшө тураһында бәйән итте. Шуға ла урындағы халыҡ программаның быйылғыһында ла ҡатнашыу ҡарарын бер тауыштан хупланы.
- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә генә хәл итеп булмаған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итергә мөмкинлек бирә. ППМИ ярҙамында төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға, йәмәғәт ихтыяждары өсөн махсус техника һатып алырға, коммуникацияларҙы йүнәтергә, яңыртырға мөмкин. Мөмкинлектәр исемлеге бер нисә шарт менән генә сикләнеүгә ҡарамаҫтан, Программа һиҙелерлек файҙа килтерә, сөнки уның сиктәрендә финансланған йүнәлештәр халыҡ өсөн көнүҙәк, - тине биләмә башлығы Сергей Викторович.
2025 йылғы программаға ниндәй тәҡдим менән сығырға тигән мөһим һорауға яуап эҙләнеләр. Төрлө тәҡдимдәр булды, әммә халыҡ өсөн иң өҫтөнлөклөһө – Мораҡ ауылы мәҙәниәт йорто ҡыйығына ағымдағы ремонт уҙғарыу тәҡдиме бер тауыштан дәррәү күтәреп алынды. Йомғаҡ яһап, Сергей Иванов: “Конкурста ҡатнашып, беҙ башланғысыбыҙҙың яҡлау табырына ныҡлы ышанабыҙ һәм беҙ мотлаҡ еңеү яулаясаҡбыҙ!” – тине.
Светлана ИВАНОВА,
Мораҡ ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.