Ошо ауыл биләмәһе халҡы үҙ алдына ағымдағы йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау - 2025” программаһында ҡатнашып, өр-яңы трактор алыу бурысын ҡуйҙы. Дөйөм йыйылышта ауыл биләмәһе башлығы Миңнияр Зәйнулла улы Ибраһимов был проекттың мөһимлеге тураһында һөйләне: “Трактор беҙгә һәр ваҡыт кәрәк. Ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, йәйен ремонтлау, төҙөкләндереү һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу өсөн. Әйҙәгеҙ, ошо мөмкинлекте тулыһынса файҙаланайыҡ”, - тип ауыл халҡын дәртләндерҙе. Халыҡ был ҡарарҙы дәррәү хупланы.
Инициатив төркөмгә И.А.Адаева, Л.М.Воронцова, Е.С.Флячинская, К.П.Назарова һайланды.
Йыйылыш һуңында ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды.
Рәүфилә ИБРАҺИМОВА,
уҡытыусы.