Бөтә яңылыҡтар

Төп йүнәлеш билдәләнде

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында” ҡатнашыуға бик яуаплы ҡарап, 2019 йылдан башлап йылдың-йылы еңеүгә өлгәшәбеҙ. Был йылдар арауығында биләмәгә ике “МТЗ-82” тракторы, артабан уларға тағылма ҡоролмалар, янғын һүндереү машинаһы алынды, йылы гараж төҙөлдө.

Төп йүнәлеш билдәләнде
Төп йүнәлеш билдәләнде

Ағымдағы йылда ла программала ҡатнашыу маҡсатында урындағы халыҡ менән дөйөм йыйылыш үткәреп, сираттағы төп йүнәлеште билдәләнек. Күпселек тауыш менән биләмәне төҙөкләндереү эштәре өсөн бик тә кәрәк булған тағылма ҡоролмалар (роторлы сапҡыс, һабан, тейәгес (КУН) һәм кәҫтаҡта алырға ҡарар иттек. Йыйылышта ҡатнашыусылар менән берлектә тейешле документтарҙы тултырыу, халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән инициатив төркөм төҙөлдө.
10 кешенән торған был инициатив төркөмдөң етәксеһе итеп Светлана Мөлөкова һайланды һәм улар проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш башланылар ҙа инде.
Эльза Әхмәҙуллина,
Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас